Яңылыҡтар
3 Сентября 2024, 05:25

Тормошонан өлгө алырлыҡ

Ана, ҡалҡыу урында үҙенә саҡырып  торған ҡарағай йорт. Тәҙрәләренән йәйен-ҡышын балҡып сәскә атҡан гөлдәр күренә. Ҡапҡаны асып инеү менән хужаһының егәрле икәнлеге тураһында һәр нәмәнең бөхтәлеге әйтеп тора. Танауҙы тәмле аш-һыу еҫе ҡытыҡлай.

Тормошонан өлгө алырлыҡТормошонан өлгө алырлыҡ
Тормошонан өлгө алырлыҡ

Башына яулығын сөйөп, биленә алъяпҡысын быуған хужабикә йүгереп ҡаршы сыға. Алсаҡ йөҙө, йылы һүҙе менән өйгә әйҙүкләй. Был – минең бер туған апайым Зөбәйҙә Шәрифйән ҡыҙы Таулыҡаева. Ул Быҙаулыҡ ауылында йәшәй. Минән 17  йәшкә оло булһа ла, ҡыҙҙар кеүек йүгереп йөрөй, Аллаға шөкөр. Кем уға етмеш йәш тула тип әйтһен, берәү ҙә ышанмаҫ. Хаҡлы ялда булһа ла, бер ҙә буш ултырыуҙы өнәмәй. Һәр эште яратып башҡарғанғалырмы, “ҡулынан бал тама”, тип уның кеүектәр тураһында әйтәләр. Ниндәй тәмле-татлы ризыҡтар менән кемде генә һыйламағандыр ул! Уңып бешкән икмәк, бәлештәрен еҫкәп-еҫкәп ашай ауыҙ иткән кешеләр. Йәш саҡтан уҡ ҡул эштәре менән булышырға ярата: күлдәктәр тегә, бәйләм бәйләй. Ялға сыҡҡас, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн милли кейемдәр, биҙәүестәр эшләргә өйрәнеп, тамам оҫтарып алды. Бөтә һеңле-килендәренә, ҡыҙҙарына, ейәнсәрҙәренә бүләк итеп бөттө селтәр-ҡашмауҙарҙы. Һәр кемебеҙ ҡыуанып, ғорурланып ҡунаҡ-аяттарға тағып йөрөйбөҙ. Заказ буйынса ла эшләй биҙәүестәрҙе.

Үҙе эшләп кенә ҡалмай, Быҙаулыҡ ауылы ағинәйҙәре етәксеһе булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡул эштәре серҙәренә өйрәтә, район буйынса ла оҫталыҡ дәрестәрен үткәрә, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уның етәкселегендә ағинәйҙәр ҡорама ҡорарға, кейеҙ баҫырға, балаҫ һуғырға ла өйрәнеп алдылар. Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, һәр сараны башлап йөрөүсе лә ул. Махсус хәрби операцияла йөрөүсе яҡташтарыбыҙға йылы ойоҡ, бирсәткәләр, маска сеткалар эшләп оҙатып торалар.  Ағинәйҙәр клубы етәксеһе һәм ветерандар советы рәйесе вазифаларын да бергә алып бара. “Быуаттар мираҫы” милли кейем конкурсында 3-сө урын яуланы, диплом менән бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы башҡорт  ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни-социаль һәм рухи үҫеш буйынса «Ағинәй» төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Ҡыштың ап-аҡ буранлы көнөндә етмеш йәшлек юбилейын ҡаршылаусы Зөбәйҙә апайымдың үткәненә күҙ һалып китәйек.

Ул  1954 йылда Хәйбулла районы йәмле Йәнтеш ауылында татыу Нарбутиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Үҙенән һуң тағы алты кесе туғанын ҡарашып, ата-әсәһенең ярҙамсыһы булып, һәр эште белеп үҫә.Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология бүлеген уңышлы уҡып сыға. Тыуған районының Быҙаулыҡ ауылына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Балаларға белем биреү менән бергә оҙаҡ йылдар директорҙың уҡытыу- тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын да башҡара. Ата-әсәләр, уҡытыусылар араһында оло абруй ҡаҙана. Уның эше бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф алдынғыһы исеме лә юҡҡа бирелмәгәндер.

Тормош иптәше Ғәрифйән Рамаҙан улы Таулыҡаев менән татыу ғаиләлә бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың хәҙер үҙ ғаиләләре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еҙнәйебеҙ беҙҙең арала юҡ инде, урыны ожмахта булһын.

Зөбәйҙә апайыма улын да, ҡыҙын да тормош юлына үҙенә генә баҫтырырға тура килде. Ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалманы, балалар кешенән кәм булманы, юғары уҡыу йортон тамамланылар, ғаилә ҡороп, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Апайымдың алты ейән-ейәнсәре бар, ҡыуандырып ҡына торалар, тырышып уҡыйҙар, аҡыллылар.

Зөбәйҙә апайым яңғыҙ ғына йәшәйем тип тормай, донъяһының ырыҫ- ҡотон һаҡлап, матур итеп тормош көтә, ҡош-ҡорт тота, мул итеп баҡса үҫтерә. Уның йортонан кеше өҙөлмәй, һәр кемгә йөҙө яҡты, ишеге асыҡ, табыны мул.

Кешенең үткән ғүмерен ҡағыҙға яҙыуы ғына еңел, ә уның күргән- кисергәндәрен ул үҙе генә белә. Бөгөнгө көндә бар тормошонан өлгө алырлыҡ апайым булғанға сикһеҙ ғорурланам. Уның рух ныҡлығы алдында баш эйәм. Ғаиләлә иң бәләкәйе булған мине лә үҙ балаһылай ҡарап үҫтереште. Әле  үҙем оләсәй булһам да, уның терәген, ярҙамын тойоп йәшәйем, кәңәшенә мохтажмын. Ғаиләбеҙҙәге һигеҙ бала араһында иң матуры, иң алсағы, сабыр йөрәкле, туған йәнле, моғайын, Зөбәйҙә апайымдыр.

Тәҙрә төбөндәге  гөлдәрең мәңге шулай сәскәләре менән балҡып ултырһын, аш- һыу еҫе аңҡып торған ҡотло өйөңә һинең алсаҡ йөҙөңдө күрер өсөн тағы бик күп йылдар килергә насип итһен хоҙайым!

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас