Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2024, 06:08

Профилле полиция класы асылды.

Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә профилле полиция класы асылды. 

Профилле полиция класы асылды.Профилле полиция класы асылды.
Профилле полиция класы асылды.

Полиция класы булдырыуҙың төп маҡсаты - үҫеп килеүсе быуынды патриотик һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү, хеҙмәткә өйрәтеү, Эске эштәр министрлығы системаһының уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн кадрҙар әҙерләү. Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы вәкиле билдәләүенсә, класҡа погнлы хеҙмәткәрҙәр араһынан остаз беркетеләсәк.

Эльвина Киргизбаева, полиция класы етәксеһе:

– Бындай йүнәлештәге клас­тың тап беҙҙең мәктәптә асылыуына бик шатбыҙ. Уҡыусы­ларға хоҡуҡ һәм социаль фәндәр бу­йын­са тәрән белем алыу, йәм­ғи­әт үҫешенең социаль аспекттарын, граждандар хоҡуғын, юл хәрә­кәте хәүефһеҙлеге ҡа­ғиҙә­ләрен ентекле өйрәнеү өсөн өҫтә­мә шарттар булдырыласаҡ. Балалар шулай уҡ сафта йө­рөргә, пневматик ҡоралдан атыр­ға һәм башҡа хәрби дисциплина нигеҙ­ҙәренә төшө­нәсәк, физик әҙер­леккә лә иғтибар биреләсәк.

Илшат Торонтаев полиция майоры:

-Полиция кластарын булдырыу Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының өҫтөнлөклө проекты һәм, беренсе сиратта, Ватанға һөйөү тәрбиәләүгә, мәктәп мөхитендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм һөнәр һайлағанда ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Алһыу Яҡупова:

-Улым, Тамерлан Яҡупов быйыл профилле полиция класы асылыуын белгәс тә, үҙенең ошо класҡа күсергә теләген белдерҙе, беҙ ҙә уның ҡарарына ыңғай ҡараныҡ. Ул бокс менән шөғөлләнә. Киләсәктә, бәлки, ошо йүнәлеш буйынса артабан уҡырға барыр.

Профилле полиция класы асылды.
Профилле полиция класы асылды.
Профилле полиция класы асылды.
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас