"Беҙҙең яугирҙар тураһында яҡшы хәбәр алыу бик шатлыҡлы. Ошо көндәрҙә яҡташтарыбыҙ дәүләт наградалары – Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнде. "Храм" һәм "Казах" позывнойлы яугирҙар 2022 йылдың сентябренән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылып, шунан алып махсус хәрби операция зонаһында илебеҙ һағында тора. Улар хәрби бурысын лайыҡлы үтәй, Ватаныбыҙҙы яҡлай. Беҙҙең егеттәр махсус операция барышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ордендар алды. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ һәм уларға уңыштар һәм тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. "Казах" позывнойлы егеттең шатланыр өсөн икеләтә сәбәп бар - ошо көндәрҙә ул атай булып киткәнған! Сабый сәләмәт булып үҫһен, ә бәхетле атай уны тиҙерәк ҡосаҡлаһын!" - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.