Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән мәктәп директоры Рөстәм Дәүләтбирҙин, район хакимиәтенең финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Альмира Шәйәхмәтова ҡотланы:
— 1 сентябрь — уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә иҫтәлекле көн, күңелдә иң яҡты тойғолар уятыусы матур байрам. Яңы уҡыу йылы сағыу ваҡиғаларға бай булһын, ижади бейеклектәр яуланһын. Барығыҙға ла яңы үрҙәр, уңыштар теләйем, — тине ул.
Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!
Илнара Аптикова.