Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2024, 09:01

85 йәш – Хоҙай биргән бүләк

  

85 йәш – Хоҙай биргән бүләк85 йәш – Хоҙай биргән бүләк
85 йәш – Хоҙай биргән бүләк

Башына түбәтәй кейгән бәләкәй генә ҡыҙыҡай икегә үрелгән нескә генә сәс толомдарын  елпелдәтеп, илай-илай оло юлдан йүгерә... Һуғышҡа киткән  атаһын алып киткән ат арбаһы артынан шулай йүгерә кескәй генә ҡыҙ бала.  Бәләкәй генә йөрәге һиҙгәндер инде атаһын башҡаса бер ҡасан да күрмәҫен... Аҡъяр ауылында йәшәүсе, ошо көндәрҙә 85 йәшен тултырған Тәнзилә Байрамғолованың ошо әрнеүле бала саҡ хәтирәһе һаман да күңеленән  юйылмай.

Тәнзилә Байрамғолованың атаһы Йомағужа Ҡотлобаев Ҡәрйәндә (бөткән ауыл) тыуған, ә әсәһе Ғәлиә  Рәхмәтова Турат ауылынан булған. Икеһенең дә ата-әсәһе иртә вафат була.  Икеһе лә етем ҡалып, апай-еҙнәй ҡулында, Иләс ауылында тәрбиәләнәләр. Уларҙың йәшлек йылдары колхозлашҡан осорға тура килә.

–Атайым механизатор-йомбайнсы,  ә әсәйем балалар баҡсаһында эшләне. Кис клубҡа уйынға сыҡҡандар, ауыл йәштәре менән “Ғәлиәбаныу” спектаклен ҡуйғанда Ғәлиәбаныу һәм Хәлил ролдәрен башҡарғандар. Атайым гармунда оҫта уйнаған, мәргән һунарсы ла булған. Әсәйем моңло итеп йырлай торғайны. Улар 1933 йылда өйләнешәләр.  1934 йылда апайым Гөлсирә донъяға килә,  1939 йылда мин тыуғанмын. Ике йәшем тулып, атайым ҡосағында иркәләнеп кенә йөрөгәндә, дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланып, ул беренселәрҙән булып фронтҡа алынды. Башҡаса атай һөйөүен, атай ҡулдарының наҙын татырға тура килмәне. Үкенескә күрә,  уның төҫөн дә белмәйем, фотоһы ла, һуғыштан яҙған хаттарыла һаҡланмаған. Әсәйем яҙа ла, уҡый ҙа белмәгән, килгән хаттарҙы кешенән уҡытып, яҙҙырған. Ғүмер буйы атайымды көттөк, бәлки унан берәй хәбәр килер тип өмөтләндек,–тип ауыр көрһөнөп һөйләй бала саҡ йылдары тураһында әсәйем Тәнзилә Йомағужа ҡыҙы.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 10-сы һанында уҡығыҙ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас