Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2024, 05:11

Юл-транспорт һәләкәтенә эләккән водителдәрҙе мутлашыусылар нисек алдай?

-

Юл-транспорт һәләкәтенә эләккән водителдәрҙе мутлашыусылар нисек алдай?Юл-транспорт һәләкәтенә эләккән водителдәрҙе мутлашыусылар нисек алдай?
Юл-транспорт һәләкәтенә эләккән водителдәрҙе мутлашыусылар нисек алдай?

🛑Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, уның эҙемтәләре һиҙелерлек булмаһа ла водитель һәр саҡ стресс кисерә. Ошондай хәлдә ул ваҡиғаны дөрөҫ баһаламаҫҡа мөмкин.

Мутлашыусылар шуның менән файҙалана ла инде:

1. Улар юл-транспорт ваҡиғаһы урынына килә һәм үҙҙәрен аварияны Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән тыш тиҙ һәм бушлай рәсмиләштерергә ярҙам итеүсе страховка компанияһы комиссарҙары тип таныта.

2. Йәнәһе, бының өсөн бер генә документҡа ҡул ҡуйырға кәрәк. Унда ҙур хәрефтәр менән «Килешеү» тип яҙылған була.

3. Ә күренер-күренмәҫ шрифт менән, бының цессия килешеүе икәне, йәғни ОСАГО буйынса түләү алыу хоҡуғын үҙ иркең менән сит компанияға йәки шәхси эшҡыуарға тапшырыу, ә үҙегеҙ унан баш тартыу тураһындағы документ, тип хәбәр ителә. Бындай килешеү менән мутлашыусылар һеҙҙең аҡсағыҙға эйә буласаҡ.

Мутлашыусыларҙың ғәмәлдәре буйынса судлашырға мөмкин. Әммә закон буйынса мутлашыусылар фирмаһы теркәлгән төбәк судына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә был, ҡағиҙә булараҡ, бик алыҫ урын булып сыға, шуға күрә кешеләргә унда барып етеүе һәм хоҡуҡтарын тергеҙеүе ауыр.

Енәйәтселәрҙең тоҙағына нисек эләкмәҫкә:

- ҡул ҡуясаҡ ҡағыҙҙарҙы иғтибар менән уҡығыҙ һәм, ғөмүмән, юл фажиғәһе урынына үҙ теләге менән килгән сит кешеләрҙең тәҡдимдәренә бөтөнләй иғтибар бирмәгеҙ;

- әгәр ваҡиғала ике автомобиль генә ҡатнашҡан, бер кем дә зыян күрмәгән, ике яҡтың да ОСАГО полистары бар һәм фекер айырмалыҡтары юҡ икән европротокол төҙөгөҙ. Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһы ваҡытында ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин — улар һәр ҡалала булырға тейеш. Унда полиция хеҙмәткәре дежурҙа була һәм һеҙҙең материалдар буйынса протокол төҙөйәсәк;

- башҡа осраҡтарҙа Дәүләт автоинспекцияһын һәм зыян күреүселәр өсөн ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас