Ғаилә башлығы Ғибәтулла Иҙрис улы бөтә ғүмерен Степной совхозында водитель-механизатор булып эшләгән. Ғәрифә Әйүп ҡыҙы Степной мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Был матур пар дүрт ул үҫтереп, уларға белем һәм яҡшы тәрбиә биргән. Әле Исҡужиндарҙың татыу ғаиләһендә 11 ейән-ейәнсәр үҫә.