Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2024, 09:33

Лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән

Вәлит ауылынан Хәмдениса Мостафина  Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереү эшендә ҡатнаша.

Лайыҡлы хеҙмәт юлы үткәнЛайыҡлы хеҙмәт юлы үткән
Лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән

Вәлит ауылында йәшәүсе Хәмдениса Мостафина лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үткән. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереү эшенән дә ситтә ҡалмай. Башҡа тиҫтерҙәре менән бергәләп баҫыуҙа иртә таңдан ҡара кискә тиклем ең һыҙғанып, намыҫлы эшләйҙәр.

Хәмдениса Шәһимгәрәй ҡыҙы 1938 йылда Ялан Ҡыпсаҡ ауылында донъяға килгән. Атаһы һуғышҡа киткәс, Вәлит ауылына килеп,  ҡартатаһы ҡулында үҫә.

-Ҡара йәштән эшләнек. Сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү башланғас, һабанда ер һөрҙөк. Вәлит, Сиҙәм ауылдары эргәһендәге баҫыуҙарында эшләнек. Кистәрен һабан төрәндәрен майлашып, ҡуша йөрөнөк. Төнгө сменаға ла сыға торғайныҡ. Тракторсы бер аҙ йөрөй ҙә рычагты миңә бирә. Шулай бер ваҡыт йоҡлап киткәнмен, трактор ташҡа эләгеп шатырлағанған уяндым, ҡараһам икенсе ергә китеп барам.  Тиҙ генә һабанды күтәреп, әйләнеп сыҡтым. Ул сиҙәм ерҙәрҙе һөрәбеҙ, тырматабыҙ, шунан иген сәсәбеҙ. Урып-йыйыуҙа ла ҡатнаштыҡ. Комбайнда ла ҡуша эшләнек. Элекке комбайн хәҙерге кеүек булманы. Ырҙын табағында ла эшләнек. Эшләмәгән эш ҡалманы, барыһы ла беҙҙең ҡулдан үтте, - тип хәтерләй сиҙәм үҙләштергән йылдарҙы  Хәмдениса Шаһимгәрәй ҡыҙы.

Хәмдиниса Мостафина  ауылдашы Әнүәр менән ғаилә ҡоралар. Ул да сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша. Алдынғы тракторсы-механизатор була. Мостафиндар 4 ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. 26 йыл ғына бергә йәшәп өлгөрәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше 45 йәшендә генә вафат була. Хәмдениса инәй яңғыҙы балаларын уҡытып, туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығара.

Хәмдениса инәй хеҙмәт юлында һауынсы ла була, быҙауҙар ҙа ҡарай. 12 йыл балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы хеҙмәте “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” һәм башҡа миҙалдар, Почет грамоталары менән баһаланған.

Әле инәй кесе улы һәм килене менән бергә йәшәй. Оло йәштәмен тип, ҡул ҡаушырып ултырмай, балаларына хәленән килгәнсе өй эштәрендә ярҙам итә, ем бешерә, ҡош-ҡорт ҡараша.

  • Быға тиклем мәсеткә йөрөнөм, йыл да ураҙа тотом. Тик һуңғы 3 йылда ауырыу сәбәпле, йөрөй алғаным юҡ. Улым һәм киленем менән 11 йыл бергә йәшәйем. Рәхмәт ҡарап торалар. Хазина ҡыҙым ғына Сиҙәм ауылында тора, ҡалған балаларым бөтәһе лә ауылда. Шуға күрә алмашлап килеп хәлемде белеп торалар. Барыһы ла имен-һау булһындар, - ти Хәмдениса инәй.

Ғүмере намыҫлы хеҙмәт менән үткән Хәмдениса инәй бөгөн  5 балаһы, 22 ейән-ейәнсәре, 20-нән ашыу бүлә-бүләсәре араһында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Артабан да уға балалары һәм яҡындары ҡәҙер-хөрмәтендә,  именлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас