Балалар үҫә килә, ата-әсәләрҙең ҡулынан төшә, ҡайһы бер аралар һалҡыная башлай, улар менән һөйләшеү ауырлаша. Әммә балағыҙҙы дуҫ итеп ҡабул итеү ауыр түгел. Нисек итеп быларға өлгәшергә? Түбәндәге белгес кәңәштәре файҙалы булыр.
Балаға тәжрибә туплау мөмкинлеге бирегеҙ
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бала аҡылһыҙ түгел, ә тәжрибәһеҙ. Тормош өсөн кәрәкле тәжрибә туплау, тирә-яҡ менән бәйле буласаҡ. Әгәр баланың бүлмәһендә,уға яраҡлы әйберҙәр,мебель,ижад өсөн кәрәк-яраҡ, баланың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып урынлаштырылһа, хатта баланың да үҙ-үҙен хөрмәт итеү тойғоһо булыуына хайран ҡалырһығыҙ. Һәм был һис шикһеҙ һеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙгә йоғонто яһаясаҡ.
-Балағыҙҙы ихтибар менән тыңлағыҙ, күп осраҡта ата-әсәләр быны иҫтә тотмай, тыңлаған шикелле үҙҙәрен тоталар (әммә тыңламайҙар), ә быны бала күрә һәм аңлай.
Актив тыңлау күнекмәләрен үҙләштерегеҙ. Был темаға бәйле бик күп әҙәбиәт һәм тренингтар бар. Әгәр ҙә бала менән һөйләшкәндә уның хистәренә сумып, һөйләшеү вакытында уның менән бер эмоциональ тулҡында булһағыҙ ,ошо ваҡытта бала менән мөнәсәбәттәр яҡшыра.Үҙеңдең балаларың менән аралашыу оҫ талығыңды нығытһаң,артабан ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтарҙан ҡурҡмайһың.Уның тойғоларын,хистәрен аңларға өйрәнерһегеҙ,тимәк хөкөм итмәҫһегеҙ. Был күнекмәне ни тиклем иртәрәк ҡуллана башлаһағыҙ,ул шул тиклем тәбиғи рәүештә нығынасаҡ.Үҫергә, мәҫәлән: “Ҡыҙым(улым), әйҙә, ултырайыҡ, һөйләшәйек” тип быға тиклем эмоциональ яҡтан ябыҡ әсәнән йәки атанан ишетеү сәйер. Әммә был аҙым бер ҡасанда булмағанға ҡарағанда, күпкә яҡшыраҡ.
-Дөйөм күңелле хәтирәләр тупланмаһы булдырығыҙ
Был тупланма баланы тынысландырыуға, йыуатыу йәки күңел асыу өсөн яҡшы ярҙамсы буласаҡ. ”Ә иҫләйһеңме, беҙ нисек итеп...” (форсаттан файҙаланып баланы һөйөп, ҡосаҡлап алырға). Шуның менән бәйләнеш булдырылды, ә хәҙер ысын күңелдән һөйләшергә лә була.Был тупланма һәр ваҡыт даими тулыландырылып торорға тейеш: бергә йөрөгән нидәйҙер саралар, экскурсиялар һәм башҡаларҙы һалығыҙ.
Хыял .позитив эмоциялар менән бергә, ни тиклем ҙур мәғәнәгә эйә булып тора. Альберт Эйнштейн да был хаҡта әйтте. Был серегеҙҙе балағыҙға ла асығыҙ,һәм ул һеҙгә рәхмәтле булыр.Балағыҙ менән бергә хыялланығыҙ:уның тормошо нисек ҡыҙыҡлы булыр, ниндәй асыштар яһар,уның ниндәй матур,тоғро,ысын дуҫтары булыуы тураһында. Был, мотлаҡ уның ижади потенциалын уятасаҡ.
Үҫешегеҙ.
Балағыҙ менән һөйләшергә бер нимә лә ҡалмағанын көтөргә кәрәкмәй.Уға инглиз телен өйрәнергә тәҡдим итһәгеҙ – үҙегеҙҙә өйрәнегеҙ, ялҡау булмағыҙ. Әгәр улығыҙ аттар менән ҡыҙыҡһына икән,төрлө энциклопедиялар.китаптар ҡарағыҙ. Ҡыҙығыҙ, сәскәләр менән булыша икән,уға ярҙам итегеҙ.Төрлө яңылыҡтарҙан ситтә ҡалмағыҙ.Үҙегеҙҙең яратҡан шөғөлдәрегеҙ булһа,был ваҡытта һеҙ һәр саҡ ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булып ҡалырға мөмкинселек бирер.Һәм һеҙҙең балағыҙ, һеҙҙең менән ғорурланыр һәм һәр ваҡыт һеҙҙең менән ваҡытын уҙғарырға шат булыр.
-Һәр ваҡыт бала яҡлы булығыҙ.
Төрлө бәхәстәрҙә, ғәйепләүҙәрҙә балағыҙ яғында ҡалығыҙ. Бала үҙенең таянысы булыуы тураһында белһә, уға еңелерәк. Был иҫ киткес йәшәү көсөн бирә. Ә инде күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндә инде, уның ҡылыҡтарына ҡарата үҙ фекерегеҙҙе әйтә алаһығыҙ. Ышанығыҙ, бала һеҙ әйткәнде ишетер һәм иғтибарға алыр.
-Балағыҙҙы яратырға өйрәнегеҙ,мөхәбәтегеҙҙе белгертегеҙ.
Был еңел түгел. Әммә был мотлаҡ. Бала, уға ҡарата булған мөхәббәтегеҙ ватылған кәсәгә лә,мәктәптә алынған “икеле” билдәһенә лә, йыйыштырылмаған бүлмәһе өсөн генә түгеллегенә ышанырға тейеш. Шул ваҡытта ғына, ул һеҙгә асылыр, серҙәре менән бүлешер. Һәр ваҡыт үҙегеҙҙең мөхәббәтегеҙ тураһында белдерегеҙ.
-Баланы рәхмәтле булырға өйрәтегеҙ
Үҙегеҙ үрнәк күрһәтегеҙ.Башҡаса булмай.Әгәр һеҙ рәхмәт белдерә беләһегеҙ икән,балағыҙға ла “Мин һиңә шулай рәхмәтлемен» тигән инеш һүҙҙән һуң, нимә әйтер кәрәклеген еңел генә табырһығыҙ. Ә һеҙҙең балағыҙ был һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы үҙенең лексиконына индереүҙе оҙаҡҡа һуҙмаясаҡ.
-Иҫегеҙҙә тотоғоҙ - бала һеҙҙең милкегеҙ түгел
Әлбиттә, бала һеҙҙең мөлкәтегеҙ түгел,ә һеҙҙең йортоғоҙҙағы ҡунаҡ.Ниндәйҙер үҙенең тәғәйенләнеше менән.Быны аңлау ,балаға ихтирам менән ҡарарға ярҙам итәсәк,һәм был һеҙҙең аралашыуға ыңғай йоғонто яһаясаҡ.Был хаҡта бик күп кенә бөйөк педагогтар һөйләне.
-Балағыҙҙы йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ
Бик күп һанлы фәнни тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ҡосаҡлау – ҡеүәтле, көслө терапия сараһы.Улар тынысландыра, ауыртыуҙы баҫа, хатта имунитетты күтәрә.Был бушлай һәм юғары һөҙөмтәле сара. Быуаттар буйына тикшерелгән. Көн һайын балағыҙҙы, хатта өлкәндәрҙе лә зарядларға онотмағыҙ.