Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2024, 09:42

Алдынғылар рәтендә маҡтаулы эшләй

Миңлеғәле Рәхмәтуллин тәүгеләр рәтендә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша.

Алдынғылар рәтендә маҡтаулы эшләйАлдынғылар рәтендә маҡтаулы эшләй
Алдынғылар рәтендә маҡтаулы эшләй

Комсомол ауылынан бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған Миңлеғәле Рәхмәтуллин тәүгеләр рәтендә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша.

Унынсы тиҫтәне ҡыуалаған Миңлеғәле Алламорат улы 1931 йылдың 7 июнендә Вәлит ауылында донъяға килә. Уға 10 йәш кенә булғанда һуғыш башлана. 1942 йылда атаһы фронтҡа китә һәм Курск дуғаһында ҡаты һәләк була. Ауыр тормош шарттарында әсәһе менән тороп ҡалған үҫмер генә Миңлеғәле колхозда эшләй башлай. Бала сағы баҫыуҙа үтә, ашлыҡ башаҡтарын ураҡ менән ҡырҡып, игенде ҡул менән һуғалар, ә малайҙар үгеҙ егеп ер һөрә.

4-се кластан һуң белем алырға мөмкинлек булмай. Әммә ул тормошто эшһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай, бигерәк тә ер эшен ярата һәм ғүмер буйы намыҫлы хеҙмәт итә. 50-се йылдарҙа сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүгә тос өлөш индерә. Алдынғылар рәтендә маҡтаулы эшләй һәм “Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Өлгөлө тракторсыны 1963 йылда бишенсе тракторсылар бригадаһына бригадир итеп ҡуялар. Ошо эштә Миңлеғәле Алламорат улы хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып, маҡталып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһе, “Хеҙмәт ветераны”, “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәт батырлығы өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.

Миңлеғәле олатай мәрхүмә ҡатыны Зөлхизә менән 59 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. 9 балаға ғүмер бирәләр. Әле ул кесе улы Айнур һәм килене Илзиә тәрбиәһендә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре араһында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Һуңғы йылдарҙа күреү һәләтен юғалтһа ла яҡындарына терәк-таяныс ул.

-Атайым менән әсәйем беҙҙе, 9 балаһын, ел-ямғыр тигеҙмәй тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ғаиләбеҙҙә иң өлкәне мин. Атайым беҙгә  яҡшы, тыныс холоҡло булды. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә эшләне. Атайыбыҙҙың ошо көнгәсә  яныбыҙҙа булыуы оло бәхет. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа ауырыу сәбәпле, йәнә күҙе лә күрмәгәс, бер аҙ биреште. Элек бөтәһен дә эшләй торғайны. Ҡустым менән киленемә рәхмәт, атайыбыҙҙы хәстәрләп, ҡарап торалар. Үҙемә алып ҡайтам тиһәм дә ҡорған нигеҙен ташлап киткеһе килмәй. Барһаҡ һәммәбеҙҙе лә тауышыбыҙҙан танып ултыра. Уның тағы ла оҙаҡ йылдар именлектә-һаулыҡта беҙҙең арала  йәшәүен теләйбеҙ, - ти ҡыҙы  Эльмира Әлибаева.

Оло хөрмәткә лайыҡлы  мәҡәләм геройының тормош һәм хеҙмәт юлы күптәргә өлгө ул. Ғөмүмән, һуғыш осоро балаларының тормошо еңелдән булмаған, улар хеҙмәттә сыныҡҡан быуын. Миңлеғәле олатай шундайҙарҙың береһе. Уның балаларына һәм яҡындарына терәк булып, йөҙгәсә йәшәүен теләп ҡалабыҙ.

 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас