Хәйбулла районынан «көмөш йәштәге» туристар «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә Урал аръяғы буйлап сәйәхәт ҡылды. Программаға – Советтар Союзы геройы Таһир Күсимов музейына, "Яҡтыкүл" шифаханаһына экскурсия индерелде. Ахырҙа хәйбуллалар Абҙаҡ тау саңғыһы курорты аквапаркында булды. Турҙа ҡатнашыусылар тәбиғәт, тарих һәм мажаралар донъяһына сумдырылырға мөмкинлек биргән сәйәхәт тураһында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Был сәйәхәт уларҙа күп ыңғай эмоциялар һәм хәтирәләр ҡалдырған. Туристар «Вэлком БР» туристик компанияһына бай һәм танып белеү туры өсөн, шулай уҡ шәхсән республика башлығы Радий Хәбировҡа ошо проектты башлап ебәргәне өсөн рәхмәт белдерә. Әйткәндәй, бушлай туристик сәйәхәттә 60 йәштән өлкән ир-егеттәр, 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Ырыҫбикә Аллағолова, район ветерандар советы рәйесе:
—Республикабыҙҙа дүртенсе йыл дауам иткән «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты барлыҡ оло йәштәге әүҙем тормош алып барғандарға хуш килде. Был йәһәттән, иң беренсе дәүләт программаһы идеяһы өсөн Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, бай һәм йөкмәткеле программалы турҙы ойоштороусы «Вэлком РБ» турист компанияһына, районыбыҙҙа пенсионерҙарыбыҙҙы ойоштороп, ҡурсалап оҙатып йөрөп ҡайтыусы район хакимиәте белгесе Гүзәл Ишмөхәмәтоваға район ветерандар советы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Тағы ла минең кәңәшемә ойоштороусылар ҡолаҡ һалыр тип ышанам, хәйбуллалар өсөн, гүзәл баш ҡалабыҙ Өфөгә экскурсия туры ойоштороу мөһим, сөнки күптәр яңыртылған «Еңеү» паркын, йәки мөһәбәт Генерал Шайморатов һәйкәлен һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы күрергә хаҡлы.
Гүзәл Ишмөхәмәтова, Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең әйҙәүсе белгесе:
—«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты ҡурайҙың ете тажы кеүек ете бүлектән тора: «Һаулыҡ», «Туризм», «Физик культура», «Мәҙәниәт һәм ижад», «Ирекмәнлек һәм остазлыҡ», «Өлкән быуын граждандарының мәшғүллеге һәм килем кимәлен күтәреү», «Өлкән быуын граждандарын уҡытыу». Быйыл «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһында Хәйбулла районынан 200 кеше ҡатнашты. Туристик сәфәрҙәрҙә булған пенсионерҙар рәхәтләнеп ял итеп, сәйәхәттәрҙе юғары баһаланы.
Венера Ғәббәсова:
—«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы буйынса хаҡлы ялдағыларға Урал аръяғы ынйыһы - Яҡтыкүлгә сәфәрҙе ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әйткәндәй, был тур мәғлүмәт өлөшөн генә түгел, ә күңел асыу өлөшөн дә үҙ эсенә ала. Барыһы ла ойошҡан рәүештә булды, сәйәхәт беҙгә бик оҡшаны. Республикабыҙға туризм өлкәһендә артабан да йылдам үҫешеүен теләйбеҙ!