Башҡортостан Республикаһында балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың һәм йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереү һәм талантлы спортсыларға ярҙам итеү өсөн бик күп саралар күрелә. Башҡортостан Республикаһында балалар һәм йәштәр өсөн күп спорт саралары һәм ярыштары үткәрелә. Был үҙ эсенә төрлө спорт фестивалдәрен, спорттың төрлө төрҙәре буйынса ярыштарҙы һәм олимпиадаларҙы ала. Бындай саралар балаларға үҙҙәренең спорт һәләттәрен күрһәтергә, ярыштарҙа тәжрибә тупларға һәм артабанғы үҫеш өсөн мотивация алырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән ҙур спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкән спортсылар һәм тренерҙар өсөн 2023 йылда дәүләт стипендиялары булдырылды. Был стипендияны 88 кеше (58 спортсы, 30 тренер) алды. Башҡортостан Республикаһы - бындай түләүҙәр алған субъекттың береһе. 2023 йылда иң яҡшы спортсыларҙы, тренерҙарҙы, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙе дәртләндереү өсөн республика спорт премияһы булдырылды.
Аҡъяр ауылынан «Дала Амурҙары» спорт клубы етәксеһе Илфат Ҡоҙашев "Әрме ҡул көрәше" проекты граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә президент гранттарын биреү буйынса икенсе конкурста еңеү яуланы.
Илфат Ҡоҙашев 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетында белем ала. Ҡулына яңы диплом алған егет әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Рязань ҡалаһында һауа-десант ғәскәре сафында хеҙмәт итә. Тап шул осорҙа әрме ҡул көрәше алымдары менән таныша һәм мауыға башлай, уға тиклем студент сағында тайский бокс менән шөғөлләнә. Әрме ҡул көрәше буйынса бер-нисә тапҡыр призер була, 1-се разряд нормативын үтәй. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, Аҡъяр тау колледжында, 2-се Аҡъяр мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Бер үк ваҡытта райондың футбол буйынса өлкәндәр командаһын да әҙерләй, көрәш буйынса ла күнекмәләр үткәрә. 2022 йылда уның етәкселегендәге ололар футбол командаһы республика ауылдары араһында Башҡортостан чемпионы булды. Илфат Ҡоҙашев 2020 йылда «Дала амурҙары» клубын ойоштора. Төп йүнәлеше – әрме ҡул көрәше һәм ҡул көрәше. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә клуб спортсылары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Уларҙың сафында ҡул көрәше һәм бөтә стилле каратэ буйынса Башҡортостан чемиондары, бөтә Рәсәй ярыштары һәм турнирҙары еңеүселәре, төбәк-ара турнирҙар еңеүселәре, халыҡ-ара турнирҙар призерҙары бар.
Бөгөнгө көндә клубҡа 30-ға яҡын бала йөрөй. Башҡа спорт төрҙәрендәге кеүек, кемдер килә, кемдер китә. Клубтың өмөтлө спортсылары - Иҙел Ҡоҙашев, Булат Булатов, Линар Байгилдин, Динияр Хөсәйенов, Шайморат Абдулнасиров, Искәндәр Байғусҡаров. «Дала амурҙары» клубына спорт кәрәк-яраҡтары, көрәш келәме һәм экипировка грант аҡсаһына алына. Шулай уҡ башланғыс стадияла район хакимиәте, Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы ярҙам күрһәтә. Клубта матди-техник база яҡшы. Ярыштарға сығырға район хакимиәте лә, ата-әсәләр ҙә ярҙам итә.
-Финанс сығымдар күберәк осраҡта ата-әсәләр иңенә төшә, сөнки һәр ярышта ойоштороусылар билдәләгән иғәнәләр бар. Траспорт яғынан район хакимиәте, мәғариф идаралығы бик ҙур ярҙам күрһәтә. Спортсы икенсе төбәк спортсылары менән сығып ярышмаһа, уның үҫеше булмаясаҡ, шуға күрә тренер булараҡ, һәр ваҡыт етди маҡсаттар ҡуям. Беҙ район кимәлендә генә сығыш яһап, юғары урындар биләй алыр инек, әммә беҙҙең бурысыбыҙ – Рәсәй кимәленә сығыу, Рәсәй беренселеге призеры йәки еңеүсеһе булыу. Шуға күрә балаларҙың тәжрибәһе ҙур булһын өсөн уларҙы махсус рәүештә юғары кимәлдәге ярыштарға йөрөтәм, улар бик көслө дәғүәселәргә ҡаршы майҙанға сыға, үҙҙәренә баһалап бөткөһөҙ тәжрибә ала. Мин уҡыусыларыма бик талапсан, һан артынан ҡыумайым, минең өсөн сифат мөһимерәк. Көрәш, командалы спорт төрҙәренән ныҡ айырыла, сөнки командалы спортта кемдеңдер иҫәбенә миҙал яулау мөмкин, ә бында спортсы үҙе өсөн генә яуаплы, - тине Илфат Илдар улы.
Рөстәм Ярмөхәмәтов мунципаль район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге мөдире:
- Илфат Ҡоҙашев әрме ҡул көрәше буйынса тәжрибәле тренер. Уҡыу-күнекмә дәрестәре алып бара. Тактик яҡтан грамоталы. Теоретик һәм практик дәрестәрҙе юғары кимәлдә үткәрә. Уның күнекмәләренә балалар Аҡъярҙан ғына түгел, башҡа ауылдарҙан да ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Ул йәш спортсыларҙы төрлө кимәлдә үткәрелгән ярыштарға алып йөрөй, гелән яҡшы һөҙөмтә күрһәтәләр.