Яңылыҡтар
30 Август 2024, 05:50

Тауарҙы гарантия буйынса ремонтҡа тапшырҙым. Һатыусынан ремонт ваҡытында ҡулланыу өсөн шундай уҡ тауар һорай аламмы?

-

Тауарҙы гарантия буйынса ремонтҡа тапшырҙым. Һатыусынан ремонт ваҡытында ҡулланыу өсөн шундай уҡ тауар һорай аламмы?Тауарҙы гарантия буйынса ремонтҡа тапшырҙым. Һатыусынан ремонт ваҡытында ҡулланыу өсөн шундай уҡ тауар һорай аламмы?
Тауарҙы гарантия буйынса ремонтҡа тапшырҙым. Һатыусынан ремонт ваҡытында ҡулланыу өсөн шундай уҡ тауар һорай аламмы?
🔨 «Тауарҙы гарантия буйынса ремонтҡа тапшырҙым. Һатыусынан ремонт ваҡытында ҡулланыу өсөн шундай уҡ тауар һорай аламмы?» — «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре яуап бирә.

Ремонт ваҡытына оҡшаш тауар бирелмәгән оҙайлы ҡулланыу тауарҙары исемлеге бар. Был ҡағиҙәне Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте билдәләй.

📝 Исемлеккә:

▫ ️ автомобилдәр, прицептар, мотоциклдар һәм башҡа мототехника. Был категорияға инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар, ял итеү суднолары һәм йөҙөү саралары инмәй;

▫ ️ мебель;

▫ ️ гигиена әйберҙәре булараҡ һәм медицина маҡсатында ҡулланылған электр көнкүреш тауарҙары (мәҫәлән, электр ҡырыныу,, сәс бөҙрәләтеү өсөн ҡоролмалар, электр юрған һ. б.);

▫ ️ ризыҡ әҙерләү һәм аҙыҡ-түлекте термик эшкәртеү өсөн ҡулланылған электр, газ һәм газ-электр приборҙары.

▫ ️ граждандар ҡоралы;

▫ ️ ювелир изделиелары инә.

Һатыусы һеҙгә оҡшаш тауар тәҡдим итергә тейеш түгел – үҙегеҙгә һорарға кәрәк. Һеҙҙең талаптарҙы өс көн эсендә ҡәнәғәтләндерергә тейештәр.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас