Яңылыҡтар
30 Август 2024, 10:42

Хәйбулла районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үҙ һөҙөмтәләрен бирә

*

Хәйбулла районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үҙ һөҙөмтәләрен бирәХәйбулла районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үҙ һөҙөмтәләрен бирә
Хәйбулла районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үҙ һөҙөмтәләрен бирә

Башҡортостанда “Инвестиция сәғәте” 2018 йылда республика башлығы Радий Хәбиров тарафынан булдырылды. Һөҙөмтәлә ул республика кимәлендә үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса  Башҡортостандың бөтә муниципаль район һәм ҡала округтарында үткәрелә башланы. Хәйбулла районында Инвестиция сәғәте “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тип атала һәм 2019 йылдан район хакимиәте башлығы янында үткәрелә. Һуңғы йылдарҙа ғына районда “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә 280 ултырыш үткәрелеп,  515,5 млн. һум дөйөм суммаға урындағы бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам күрһәтелгән.

Һандар теленә күҙ һалһаң, был  проекттың Хәйбулла районында уңышлы  булыуын дәлилләй.  2020 йылда  43 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарылған (49,4 млн. һум). 2021 йыл—49 ултырыш (88,3 млн һум),  2022 йыл –67  “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” (191,9 млн. һум), 2023 йыл 53 ултырыш (дөйөм сумма 107,6 млн. һум). Эшыуарлыҡ буйынса Координацион совет ултырышы  район хакимиәте башлығы  ҡатнашлығында үткәрелә.

--2024 йыл башынан районда 545 бәләкәй һәм урта эшҡыуаплыҡ субъекты теркәлгән. Былтырғыға ҡарағанда 14 берәмеккә күберәк һәм  иҡтисад эшмәкәрлегенең барлыҡ төрҙәрендә 1324 үҙмәшғүлдәр  йәлеп ителгән. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” яңы эш башлағандарға ярҙамға килә, районда  бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын арттырыуға булышлыҡ итә, урындағы бюджетты тулыландыра, ғөмүмән,  социаль-иҡтисади хәлде яҡшырта.  Сағыштырып ҡараһаң, 2019 йылда 42 Эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелеп, 24,6 млн. һум дөйөм суммаға проекттар ҡаралһа, 2024 йылдың 6 айында ғына 26 Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә 53,75 млн. һум дөйөм суммаға  проекттар ҡаралды.

Һуңғы һөҙөмтәләргә килгәндә, шәхси эшҡыуар Юлдаш Бохарбаев Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һайлап алыу конкурсында “Этно-йорт. Башҡорт ауылы” проекты менән туризмды үҫтереүгә 3,8 млн. һум субсидия алды. Йәш эшҡыуар А.Бикбова Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан  йәш эшҡыуарлыҡҡа ярҙам программаһы буйынса 500 мең һум күләмендә ярҙам алды. Эшҡыуарҙар Л.Абыҙгилдина, И.Дәүләтҡолов, Л.Биксембәтова республика социаль предприятиелары реестрына инде. Район эшҡыуарҙары Рәмил Билалов (Балта” коворкинг үҙәге етәксеһе) һәм  Луиза Абыҙгилдина (Автозвук” автозапчастар магазины директоры “Йыл эшҡыуары” республика конкурсында еңеүсе булды,--тине район хакимиәте бапшлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Наил Байғусҡаров.

 

Автор:
Читайте нас