Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров сәнәғәт һәм социаль өлкә өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүҙе үҫтереү сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле хуплай һәм алып бара. Шулай уҡ Республика башлығы колледждарҙы яңыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш башлап ебәрҙе. Колледждарҙы алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 2030 йылға тиклем 4 миллиард һум, йыл һайын 500 миллион һум бүлеү планлаштырыла.
–Аҡъяр тау колледжында демонстрацион имтихан үткәреү үҙәге һәм «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү» компетенцияһы буйынса оҫтахана асылыуы уҡыу йорто өсөн мөһим ваҡиға. Сөнки буласаҡ электротехниктарҙы заманса ҡорамалдарҙа өйрәтеү мөмкинлеге асылды, тимәк, сығарылыш студенттары тау -мәғдән предприятиеларында уңышлы һәм сифатлы эшләй алһын өсөн тырышасаҡбыҙ. Уҡытыусылар һәм студенттар исеменән ошо майҙансыҡтың бағымсыһына – «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың ярҙамы менән 4-се курс студенттары техник эксплуатация һәм электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереү һөнәре буйынса 18 июндә үк тыуған колледжында имтихандарҙы уңышлы тапшырҙы,–тине Рәмилә Булат ҡыҙы.
«Бөгөнгө көндә профессиональ электромеханиктарҙы, энергетиктарҙы табыуы бик ауыр. Шуға күрә беҙҙең бурыс – киләсәккә төплө нигеҙ һалыу һәм Аҡъяр тау колледжы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙе киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ», – тип билдәләне «Башҡорт баҡыры» предприятиеһының генераль директоры Александр Туленков.
Демонстрацион имтихан үткәреү үҙәге һәм «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы эксплуатациялау майҙансығы» оҫтаханаһын асыу һәм таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы колледж директоры Рәмилә Булат ҡыҙы, «Башҡорт баҡыры» предприятиеһының генераль директоры Александр Федорович һәм 4-се курс студенты Рауил Бикбовҡа бирелде. Артабан сарала ҡанашыусылар демонстрацион имтихан үткәреү үҙәге һәм «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү» оҫтаханаһы менән ентекләберәк танышты.
Илнара Аптикова.
Айрат Игебаев Аҡъяр тау колледжы уҡытыусыһы:
-Йыл һайын Аҡъяр тау колледжы был тармаҡта 30-ға яҡын белгес әҙерләй һәм быға тиклем студенттарға имтихандар тапшырыу өсөн Учалы ҡалаһына барырға кәрәк ине, был ҙур сығымдар талап итте: майҙансыҡты ҡуртымға алыу, транспорт, йәшәү өсөн сығымдар. Хәҙер беҙҙә был сығымдар булмаясаҡ. майҙансыҡты студенттар менән бергә әҙерләнек. студенттар был майҙансыҡта ҡәнәғәт, шат һәм рәхәтләнеп эшләй. Хәҙер иһә буласаҡ белгестәр имтихандарын Аҡъяр тау колледжында тапшырасаҡ.
Колледждарыбыҙ эш биреүселәрҙең талаптарына яраҡлашырға әҙер. Был мәғариф һәм иҡтисад мәнфәғәтендә. Студенттар өсөн уңайлы мөхит булдырыу бик мөһим. Заманса ҡорамалдар, төрлө ял булһа, балалар рәхәтләнеп уҡыясаҡ, -тип билдәләне Радий Хәбиров үҙенең сығышында.