Яңылыҡтар
29 Август 2024, 10:46

Бында буласаҡ инженерҙар уҡый!

“Башҡорт баҡыры” предприятиеһында  йәш кадрҙар әҙерләү эше  бара

Бында буласаҡ инженерҙар уҡый!Бында буласаҡ инженерҙар уҡый!
Бында буласаҡ инженерҙар уҡый!

“Башҡорт баҡыры” сәнәғәт предприятиеһының йәш инженерҙары “ТехноЛидер” сменаһында ял итеп кенә ҡалмай,  сәнәғәт предприятиеһының төрлө технологик моделдәрен проектлау буйынса уҡыуҙы ла дауам итте. Хәйбулла районынан 5 уҡыусыһы “Башҡорт баҡыры” кураторлығы менән “Инженер мәктәбендә” белем ала һәм уларҙың  “ТехноЛидер” лагеры сменаһына саҡырылыуы уларҙың һөҙөмтәле белем алыуы тураһында дәлилләй. Лагерҙа буласаҡ инженерҙар  проекттар өҫтөндә эшләүҙә беренсе тәжрибә алалар. Уҡыусылар лабораторияларҙа эшләп, үҙҙәре алдына бурыстар ҡуйып, уларҙың сифаты өсөн дә яуаплылыҡ тоталар. Ике аҙна дауамында Хәйбулла ҡыҙҙары һәм егеттәре ял итеп тә,  төрлө өлкәлә белемдәрен нығытып та өлгөрҙө.

Данил Торсонбаев:

--“ТехноЛидер” сменаһына барыу кеүек уникаль мөмкинлек һәр ваҡыт булмай. Остаздарыбыҙ менән бергә эшләнек, кураторҙарҙан  күп нимәгә өйрәндек, психологтар  ҡыйыу булырға һәм  тәүәкәллеккә өйрәтте. Беҙҙең смена иң яҡшыһы булды тип уйлайым. Мәҫәлән, мин эшләгән “Химия” лабораторияһында   проблемалы  проекттар өҫтөндә эшләнек.

**

Радий Хабиров, Башҡортостан башлығы:

Сәнәғәт производствоһы һәм иҡтисад республика хөкүмәте өсөн мөһим, актуаль бурыс. Улар булмаһа—һалым да, социаль үҫеш тә һәм башҡалар ҙа булмай. Шуға күрә сәнәғәт үҫеше менән барыһы ла минең шәхсән иғтибар үҙәгендә тотола.

 

           

 

Автор:
Читайте нас