Хәйбулла районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре август кәңәшмәһенә йыйылып, уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм яңы уҡыу йылына эш итеү стратегияһын билдәләне, бурыстар ҡуйҙы. 3-сө Аҡъяр мәктәбендә уҙған сарала мәктәптәр һәм балалар баҡсалары етәкселәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм педагогик хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.
Кәңәшмә бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Бер нисә Хәйбулла педагогы бөгөн ведомство наградаларына лайыҡ булды, уларҙы Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле Әлфиә Баҡыева тапшырҙы.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының почет грамотаһы менән Хәйбулла районы мәғариф идаралығы методисы Сөмбөл Әлибаева, Һамар ауылы мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Надежда Гордеева, Хәйбулла районы мәғариф идаралығы методисы Елена Лазарева, 1–се Аҡъяр мәктәбенең педагог-психологы Һәҙиә Ҡоломбәтова, Бүребай ауылының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Тапаҡова һәм 2-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Ләйсән Йәнйегетова бүләкләнде.
2024 йылда Хәйбулла районы биләмәһендә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары менән 1-се Аҡъяр мәктәбе директоры урынбаҫары, 941-се имтихан үткәреү пункты етәксеһе Дилбәр Исҡужина, Мәғариф идаралығы технигы, имтихан үткәреү пунктының техник белгесе Вадим Үтәшев тәбрикләнде.
"Беренселәр хәрәкәте" балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең т бүлексәһенең емешле хеҙмәттәшлек, йәштәр менән сифатлы эш һәм Беренселәрҙең Хәрәкәте проекттарында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаты тапшырыла Мәғариф идаралығына тапшырыла.