Яңылыҡтар
28 Август 2024, 09:46

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарын тамамлап, Хәйбулла районына эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә аҡсалата сертификаттар тапшырылды.

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!
Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Хәйбулла районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре «Рәсәйҙә билдәләнгән яңылыҡтар сиктәрендә муниципаль белем биреү системаһын үҫтереү» август кәңәшмәһенә йыйылып, уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм яңы уҡыу йылына эш итеү стратегияһын билдәләне, бурыстар ҡуйҙы. 3-сө Аҡъяр мәктәбендә уҙған сарала  мәктәптәр һәм балалар баҡсалары етәкселәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм педагогик хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.         

Кәңәшмә  бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.  Юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарын тамамлап, Хәйбулла районына эшкә ҡайтҡан 8 йәш белгескә аҡсалата сертификаттар тапшырылды.

100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуға сертификаттар тәүге тапҡыр педагогик эшмәкәрлеккә тотонған йәш педагогтарға тапшырыла:

1.Алексеева Анастасия Сергеевна, Бүребай мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;   

2. Әхмәтова Айгөл Илдар ҡыҙы, 1-се Аҡъяр мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;  

3. Гадоев Вадим Умедович, Маҡан мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы;  

4. Килдебаева Айзилә Рафаэль ҡыҙы, Аҡъяр ауылы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;  

5. Мөслимова Нәркәс Нурғәле ҡыҙы, Маҡан мәктәбенең биология уҡытыусыһы;  

6. Солтанова Әлфинә Рәшит ҡыҙы, Бүребай мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы;  

7. Тулубаева Гөлнәзирә Альберт ҡыҙы, Бүребай мәктәбенең математика уҡытыусыһы;  

8. Языҡбаева Зөлфиә Риф ҡыҙы, 3-сө Аҡъяр мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы.    

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас