Яңылыҡтар
27 Август 2024, 11:47

СНИЛС-ты нисек тергеҙергә?

-

СНИЛС-ты нисек тергеҙергә?СНИЛС-ты нисек тергеҙергә?
СНИЛС-ты нисек тергеҙергә?

📃 Әгәр СНИЛС документын юғалтһағыҙ, уны физик ҡоролмала тергеҙеү мотлаҡ түгел. Иң мөһиме — номерын белергә.

Уны бер нисә ысул менән асыҡларға мөмкин:

- йәшәгән урын буйынса Рәсәй Социаль фондына йәки Күп функциялы үҙәккә шәхсән мөрәжәғәт итергә;
- эш биреүсе аша һоратып алырға;
- Рәсәй Социаль фонды сайтында «Дәүләт хеҙмәттәре» профиле ярҙамында ғариза бирергә.

✏Һеҙгә паспорт һәм документҡа ғариза кәрәк буласаҡ. Ғариза өлгөһөн Рәсәйҙең Социаль фонды сайтында табырға була: vk.cc/cz8wnv.

Йәшел пластик карточкалар бынан һуң бирелмәгәнлектән, һеҙ үҙегеҙҙең СНИЛС тураһындағы мәғлүмәтте электрон формала алырға мөмкинһегеҙ. Һанлы документ Рәсәй Социаль фонды сайтындағы шәхси кабинетта һаҡлана.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас