Яңылыҡтар
23 Август 2024, 09:16

Өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә водитель һәләк булған

-

Өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә водитель һәләк булғанӨс автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә водитель һәләк булған
Өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә водитель һәләк булған

Башҡортостанда өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә водителдең ғүмере өҙөлгән. Авария көндөҙ Дүртөйлө районында Р-240 автомобиль юлының 97-се саҡрымында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Приора» рулендәге 28 йәшлек ир ҡаршыға килгән УАЗ, һуңынан «Лада Гранта» менән бәрелешкән.

«Юл-транспорт ваҡиғаһында «Гранта» водителе, Ағиҙел ҡалаһынан 54 йәшлек ҡатын, алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. «Приора» водителе дауаханаға оҙатылған», — тип хәбәр ителәр республика дәүләт автоинспекцияһынан.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-08-23/v-bashkirii-v-dtp-s-tremya-avtomobilyami-pogibla-voditelnitsa-3896488

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы
Автор:
Читайте нас