Яңылыҡтар
23 Август 2024, 10:00

Дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунтты нисек һаҡларға?

-

Дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунтты нисек һаҡларға?Дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунтты нисек һаҡларға?
Дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунтты нисек һаҡларға?

📱 Дәүләт хеҙмәттәрендә аккаунтығыҙҙы һаҡлағыҙ. Был йәһәттән һеҙгә Башҡортостан Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы белгестәренең кәңәше ярҙам итер.

⃣ Аккаунтҡа инеү өсөн өҫтәмә опциялар көйләгеҙ. Шул маҡсатта «Хәүефһеҙлек» – «Системаға инеү» бүлегенә күсергә кәрәк.

«Раҫлау менән инеү» бүлегендә СМС, бер тапҡыр ҡулланыла торған код һәм биометрия буйынса раҫлауҙы ҡуйырға мөмкин.

«Контроль һорау» бүлегендә күсергесте актив торошҡа ҡуйығыҙ һәм һорауҙы билдәләгеҙ.

«Инеү тураһында белдереү» бүлегендә күсергесте актив торошҡа ҡуйығыҙ.

⃣ Башҡа сайттарҙа осрамаған үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы пароль уйлап табығыҙ. Һеҙгә туранан-тура ҡағылышы булған паролдәр (тыуған көнөгөҙ, исемегеҙ һ.б.) ҡулланмағыҙ.

3⃣ Билдәһеҙ һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ, сөнки уларҙың шәхси кабинетығыҙға инеү өсөн «асҡыс» булыуы ихтимал.

4⃣ Контроль һорауға яуабығыҙҙы һәм «gosuslugi» порталынан, 0919 номерынан килгән смс кодтарҙы бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ.

Әгәр һеҙгә раҫлау өсөн код менән хәбәр килһә, ә һеҙ уны һорамаған булһағыҙ, моғайын, мутлашыусылар һеҙҙең аккаунтығыҙға инергә тырыша. Был осраҡта паролегеҙҙе тиҙ арала үҙгәртергә кәрәк.

5⃣ Сайттың адресына иғтибар итегеҙ. Дәүләт хеҙмәттәренең берҙән-бер дөрөҫ адресы – gosuslugi.ru.

Оҡшаш яҙыуҙар булмаһын — тикшерегеҙ, мәҫәлән gossuslugi.rugosuclugi.ru һәм башҡалар.

6⃣ Дәүләт хеҙмәттәренән электрон хаттар no-reply@gosuslugi.ru йәки no-reply@pos.gosuslugi.ru тигән адрестарҙан килә. Әгәр адресы икенсе төрлө булһа, хаттағы һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ.

7⃣ Рәсми ҡушымталар ҡуйығыҙ: vk.cc/5EXJcJ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас