Яңылыҡтар
22 Август 2024, 10:14

Дәүләт Думаһы комитеты ғаиләләргә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән өсөн түләүҙәр тураһында проектты хуплай

-

Дәүләт Думаһы комитеты ғаиләләргә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән өсөн түләүҙәр тураһында проектты хуплайДәүләт Думаһы комитеты ғаиләләргә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән өсөн түләүҙәр тураһында проектты хуплай
Дәүләт Думаһы комитеты ғаиләләргә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән өсөн түләүҙәр тураһында проектты хуплай

Дәүләт Думаһының Ғаиләне яҡлау, атайлыҡ, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комитеты 20 йылдан ашыуыраҡ йыл никахта торған ғаиләләргә аҡсалата ярҙам итеү тураһында закон проектын хуплай, тип белдерҙе комитет рәйесе Нина Останина (КПРФ).

Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Ярослав Нилов Дәүләт Думаһында оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар өсөн түләүҙәр тураһында закон проекты өҫтөндә эш алып барылыуы тураһында белдергәйне.

Закон проектында ныҡлы ғаилә ҡорған рәсәйҙәргә аҡса түләргә тигән тәҡдим бар. Шулай уҡ Министрҙар кабинетының проектты хупламауы хаҡында хәбәр ителә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда айырылышыу осраҡтары кәмегән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-21/komitet-gosdumy-podderzhit-proekt-o-vyplatah-suprugam-za-20-i-bolee-let-braka-3894427

Автор:Сергей Николаев
 
 
Автор:
Читайте нас