Яңылыҡтар
22 Август 2024, 05:07

«Бер сменала 74 гектар иген саптым»– ти сиҙәмсе Бәҙғетдин Сафиуллин.

Сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү – район тарихы биттәрендә ҙур урын алып тора. Беренсе сиҙәмселәр беҙҙең район, республика һәм бөтә ил сәсеү майҙандарын арттырыу өсөн ҡалдау ерҙәрҙе максималь файҙаланыуға йүнәлтелгән масштаблы эшмәкәрлеккә йәлеп ителгән данлы хеҙмәт кешеләре.

«Бер сменала 74 гектар иген саптым»– ти сиҙәмсе Бәҙғетдин Сафиуллин.«Бер сменала 74 гектар иген саптым»– ти сиҙәмсе Бәҙғетдин Сафиуллин.
«Бер сменала 74 гектар иген саптым»– ти сиҙәмсе Бәҙғетдин Сафиуллин.

Тәүге сиҙәмселәрҙең береһе – Әбделнасир ауылында йәшәүсе Бәҙғетдин Сафиуллин Мәсетле районы Һөләймән ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Бала сағы һуғыш, аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡытына тура килә. Атаһы бик иртә мәрхүм була. Колхозда йәй көндәрендә мал да көтә, баҫыуҙан ашлыҡ та ташый, урманға ағас ҡырҡырға ла йөрөй.
–Ауылда бер ҡыҙ менән дуҫлашып йөрөй инек. Бер көн урмандан ҡайтыуыма туғандарым теге ҡыҙҙың ата-әсәһе менән һөйләшеп тә ҡуйғандар ине. Ҡалайтаһың, туғандарымдың һүҙен тыңлап, өйләнергә тура килде, – ти әңгәмәсем.
1953 йылда әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Йыл ярым хеҙмәт иткәндән һуң, штатты ҡыҫҡартырға булалар һәм хәрби билеттарына ҡалған ваҡыттарын «нефть сәнғәтендә эшләп үткәрергә» тип яҙып, Черниковкаға ебәрәләр. Унда заводта бер йыл эшләгәндән һуң, сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү эпопеяһы башлана. Дуҫы менән ҡала комитетына һөйләшергә баралар. «Егеттәр, һеҙҙе сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү эшенә бер нимәгә ҡарамай алалар, ҡайтығыҙ ҙа әҙерләнегеҙ, һеҙгә 3 көн бирелә», – ти хәрби комиссар.
–Теүәл 3 көн үткәс, 4 апрелдә, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалына килдек. Ундағы халыҡтың күплеге: олоһо ла, йәше лә, ғаиләһе менән килгәндәр ҙә бар ине. Кемеһелер илай, береһе гармун тартып йырлай.«Целинщики – по вагонам» тигән команда булғас, бар халыҡ вагондарға инеп тулды, ятыр урын да юҡ ине. 2 тәүлек юлда булып, Һары станцияһына алып килеп төшөрҙөләр. Унан «Матрай», «Маҡан» совхоздарына бүлеп ебәрҙеләр. Мин «Матрай» совхозына эләктем, – тип һөйләне Бәҙғетдин Заһретдин улы.
Сиҙәмселәр араһында механизаторҙар, тракторсылар, комбайнсылар, балта оҫталары була. Бәҙғетдин Сафиуллинды урман йығырға, утын әҙерләргә, бура бурарға Крепостной Йылайырға ебәрәләр. Көҙ еткәс, ураҡ эштәренә йәлеп ителә. Тракторҙа, һуңынан комбайнда ла эшләй. Техниканы биш бармағы кеүек белгән олатай 30 йыл механизатор, 14 йыл комбайнсы була.
–Төрлө хәлдәр булды эшләгән ваҡытта. Иң иҫтә ҡалғаны: бер бүлексәлә Әбделнасир һәм Иҫәнгилде бригадалары булды. Иҫәнгилде бригадаһына комбайн менән иген сабырға ебәрҙеләр. Көн кисләй башлағайны – башҡалар яйлап ҡайта башланы.Мин яңғыҙым ҡалдым. Төнө буйы йөрөп саптым. Таң атып килгәндә комбайнымдың яғыулығы бөтөп туҡтаны. Баҫыу уртаһы – бригадаға тиклем йыраҡ. Иртәнсәк егеттәр эшкә килә башланылар, комбайн башына менеп әйбер менән болғап ҡарайым, береһе лә күрмәй. Алыҫ булһа ла бригадаға тиклем йәйәүләп барҙым. Заправкалаусыны алып килеп, комбайнға яғыулыҡ ҡойоп алғас, эшемде дауам иттем. Шул сменала яңғыҙым 74 гектарҙа ашлыҡ сапҡанмын. Иҫәпсе килеп һанап: «Һин бер үҙең саптыңмы? Бер сменала саптыңмы?», – тип һораша башланы. Булған хәлде аңлатып һөйләп бирҙем. «Булмаҫ, яңғыҙың былай эшләй алмайһың, береһенең дә быға тиклем ул тиклем ерҙәрҙе сапҡаны булманы, һин йә ике смена эшләгәнең, йә икенсе берәүҙең гектарын урлағанһың. Һинең был нарядыңды яҙмайым, яҙһам да уны йыртып ташлаясаҡтар, ҡабул итмәйҙәр», – тип ышанманы иҫәпсе. Һуңынан ул турала һорашҡан да булманы, минең ул норманы индергәндәрме, юҡмы икәнен. Һәр ваҡыт ике, ике ярым тапҡыр норманан артыҡ эшләй торғайным, алдынғылыҡты береһенә лә бирмәнем, – тип һөйләне беҙгә сиҙәмсе.
Әрмелә хеҙмәт иткән, һуңынан сиҙәм ерҙәрен үҙләштереүҙә ҡатнашҡан Бәҙғетдин Сафиуллиндың тыуған төйәгендә әсәһе, кәләше ҡалған була. Тик айырылышыу йылдары оҙаҡҡа һуҙылғанға күрә, һөйгән йәре көтөп алмай, икенсе кешегә кейәүгә сыға.
Сиҙәм ерҙәрендә бер аҙ эшләгәндән һуң тыуған яҡтарына ҡайтырға йөрөгән сағында буласаҡ ҡайнағалары: «Ауылда беҙҙең бер ҡарындашыбыҙ бар, әйҙә беҙ һине уның менән таныштырайыҡ әле», – тип алып ҡайталар. Йәштәр осраша, таныша, бер-береһен оҡшатып, бер аҙҙан ғаилә ҡоралар. Һуңынан әсәһен дә эргәһенә алып ҡайта. Тормош иптәше Кинйәбикә Мөхәмәтйәр ҡыҙы Әбделнасир ауылында тыуып үҫә. Совхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Бәҙғетдин Сафиуллин менән ошо уҡ ауылда төпләнеп, 11 балаға ғүмер бирәләр. Быйыл уларҙың татыу донъя көтөүҙәренә 68 йыл тулған. Бәҙғетдин Заһретдин улы хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да әүҙем тормошта йәшәй. 12 йыл ауыл мәсетендә имам була. Йәйен дә, ҡышын да һәр ваҡыт хәрәкәттә, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай, иртән тороп малын да көтөүгә ҡыуа. Фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана – ул «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, «1974 йылғы социалистик ярыштарҙа еңеүсе» исемен ала.
Райондың тәүге сиҙәмселәренең береһе, 92 йәшлек ил ағаһы Бәҙғетдин һәм уның тормош иптәше Кинйәбикә Сафиуллиндарға һаулыҡ, имен тормош теләйбеҙ.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас