Яңылыҡтар
21 Август 2024, 07:15

Хаҡлы ялдағы ханым миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

-

Сиреғолдан оло йәштәге ханым мутлашыу схемаһына миллион һумдан ашыу аҡса һалған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.

Билдәле булыуынса, аферистар үҙҙәрен банк менеджерҙары тип таныштырған. Улар ханымды ике айҙан ашыу өгөтләп, 887 мең һум кредит алырға күндергән. Яҡташыбыҙ йыйған аҡсаһын да өҫтәп, мутлашыусыларға биргән.

Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-08-21/pensionerka-v-bashkirii-lishilas-milliona-rubley-3893717

Автор:Иван Вавилов
 
 
Автор:
Читайте нас