Редакциябыҙға Орск ҡалаһында йәшәгән Нурия Алексеева (Мәмбәтова) килде. Уның Сәғит ауылынан атаһы мәрхүм, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәкил Мәмбәтов тураһында тиҫтә йылдар үткәс яңы мәғлүмәттәр барлыҡҡа килгән. “Герои госпиталя 1722: страницы подвигов” китабына беҙҙең райондаш яугирҙың исеме лә индерелгән. Китапта Силәбе ҡалаһында урынлашҡан эвакогоспиталь, унда дауаланған 5637 совет яугирының исем-шәрифтәре һәм артабанғы яҙмышы, командир һәм һалдаттарҙың батырлығы, наградалары тураһында бай мәғлүмәт бирелгән.
...1941 йылдың 22 июне. Сәғит ауылы баҫыуында колхозсылар тир түгеп бесән әҙерләй...Бригадир Вәкил Мостафа улы аяҙ көндө мал аҙығы әҙерләүҙе тиҙләтеү маҡсатында эште йәһәтләтә. Алыҫта атын йән-фарманға ҡыуған һыбайлы күренә. Кемеһелер кәбән башында торған, икенселәре тырмаһына таянған, бәғзеләре атының йүгәненә йәбешкән колхозсылар “Һуғыш башланған, немец фашистары илебеҙгә баҫып ингән”, --тигән яман хәбәрҙе шунда уҡ ҡабул итә лә алмай. Илаш-һыҡташ китә.
--Әсәйем һөйләүенсә, атайыбыҙҙы һәм тағы ла өс ир-егетте һуғыштың тәүге көнөнән фронтҡа алып китәләр. Бигерәк тиҙ булды, ат арбаһына тейәп, Һары станцияһына алып киттеләр, йүнләп ашарына ла һала алманым тип гел әрнеп һөйләй торғайны. Атайым айырым танк полкы составында утлы Курск дуғаһына эләгә. Ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана,--тине яугирҙың ҡыҙы Нурия Алексеева-Мәмбәтова.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Вәкил Мостафа улы Мәмбәтов 1907 йылда Сәғит ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың тәүге көндәренән фронтҡа алынып, айырым танк полкы составында һуғыша. 1943 йылда ҡаты һуғыштарҙың береһендә аяғына снаряд ярсығы эләгеп ҡаты яралана. Тәүҙә лазаретта дауалана, аҙаҡ Силәбе өлкәһе госпиталенә оҙатыла. 9 айҙан госпиталдең шәфҡәт туташы Сәғит ауылына оҙатып ҡайта. Фронтовик өйҙә лә өс йыл түшәктән тора алмай. Ҡатыны Әсмәбикә Садиҡ ҡыҙының һәм ауыл шәфҡәт туташының ярҙамы менән яйлап аяҡҡа баҫа. Ағас аяҡта йөрөй.
--Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең ғаиләгә оло ҡайғы алып килә. Атайым менән әсәйемдең һуғышҡа тиклем 3 улы була. Атайыбыҙ һуғышта саҡта, әсәйемдең КГБ-ла эшләгән ағаһы уларҙы ғаиләһе менән Орскиға күсереп алып ҡайта. Баракта йәшәйҙәр, әсәйем танк сығарылған хәрби заводҡа эшкә урынлаша. Унда һуғыш осоро талабы буйынса ҡайтмаҫтан эшләйҙәр, малайҙар үҙаллы тигәндәй донъя көтә. Бер ваҡыт балаларҙың өҫ кейемдәрен урлайҙар. Һөҙөмтәлә үпкәләренә һыуыҡ алдырған 2 малай бер-бер артлы һәләк була. 1944 йылда атайым госпиталдән ауылға ҡайтҡас, әсәйем дә бер улын эйәртеп ҡайта. Сәғит ауылында өй һалып, һуғыштан һуң ғаилә ишәйеп, 5 ҡыҙ һәм улдары донъяға килә.
Атайыбыҙ бик көслө рухлы кеше булды. Ҡултыҡ таяғы менән яйлап йөрөй башлағас, ҡулы буш торманы. Сәйнүк, самауырҙар һәм көнкүрештә кәрәкле башҡа әйберҙәрҙе йүнәтте. Бесән осоро башланһа, сажлатып ауыл халҡының һәм колхоздың салғыларын тапап, үткерләп бирә торғайны. 3 класс ҡына бөтһә лә, математиканы шәп белде. Шуға күрә ауыл магазинында һатыусы ла булды. Өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнап, моңло йырлауы әле лә ҡолаҡта сыңлай. Шиғырҙар ҙа яҙҙы. Атайым дини кеше булды. Был уның затлы нәҫеленән килә, сөнки ҡартатай-өләсәйем бик уҡымышлы булып, революцияға тиклем мәсеттә белем бирә. Ошондай ғаиләлә үҫкән атайым фарсы-төрөк телен белде, Ҡөрьән китабын уҡый, тәржемә итә торғайны. Әсәйебеҙ колхозда эшләне. Ғаилә тәрбиәһе менән беҙ, балалар, бөтә эште белеп үҫтек. Шуның өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлебеҙ,--тине Нурия апай.
Яңыраҡ әңгәмәсебеҙҙең ғаиләһендә атай рухын терелткән, үткәндәргә әйләнеп ҡайтырға мәжбүр иткән көтөлмәгән ваҡиға була. Нурия Алексеева-Мәмбәтованың Сәғит ауылында йәшәгән бер туған ағаһына хат килеп төшә.
--Хатты Силәбе ҡалаһынан тарих фәндәре кандидаты, доцент Наталья Овчинникова яҙған ине. Ул һуғыш йылдарында Силәбе эвакогоспиталендә дауаланған 6 меңгә яҡын ҡыҙылармеец һәм командирҙар тураһында мәғлүмәт тупланған “Герои госпиталя 1722: страницы подвигов” китабы нәшер ителеүе, унда атайым тураһында бәйән ителеүе тураһында яҙған ине. Беҙҙе нәҡ ошо элекке легендар госпиталь бинаһында үтәсәк китап презентацияһына саҡырған. Туғандар менән кәңәшләшеп, Орск ҡалаһында йәшәгән һеңлем Бикә Исҡужина (Мәмбәтова) менән юлға сыҡтыҡ. Беренсе көндө беҙҙе яҡшы ҡаршы алдылар, урынлаштырҙылар. Силәбе ҡалаһы буйлап экскурсия үткәрҙеләр. Бик боронғо мәсеттә булдыҡ, атай-әсәйем рухына аят бағышланыҡ. Иртәгәһенә ҡасандыр ҡаты яралы атайым дауаланған хәрби госпиталдә булдыҡ. Унда ҡайһы йүнәлештән яралылар тейәлгән күпме хәрби эшелондар туҡтауы, һалдаттарҙы дауалаған табиптар, госпиталгә ярҙамға килгән ябай халыҡ, студенттар күп булыуы тураһында хәтер тупланған. Шул саҡтағы тарихи документтар, фотоларға таянып, киноролик төшөргәндәр. Шунда атайымды ла күреп, йылдар ағымында үҙен күргәндәй булдыҡ. Шул тиклем ҙур эш башҡарғандар. Китап нәшер ителгән дүрт йыл эсендә Силәбе 1722 хәрби госпитале тарихын өйрәнеп, унда төрлө йылдарҙа дауаланған һәр һалдаттың исем-шәрифе, ҡасан госпиталгә эләгеүе, яраһы, ниндәй дауалар алыуы, артабанғы яҙмышы, хәрби наградалары тураһында мәғлүмәт биргәндәр,--тине редакция ҡунағыбыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәкил Мостафа улы Мәмбәтов 1973 йылда вафат була. Хәйбулла районы яугирының исеме китапҡа индерелеүе, ысынлап та, бер кем дә, бер нимә лә онотолмауы тураһында һөйләй.
Мәрйәм Иманғолова.
Әйткәндәй:
1941 йылдың көҙөндә Вәкил Мәмбәтов хәрби постта торған ваҡытта дошман уларҙың хәрби часына һөжүм итә. Шул ваҡытта күрһәткән батырлығы өсөн райондашыбыҙ “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Курск Дуғаһы өсөн барған аяуһыҙ алыш барышында уларҙың танкына бомба эләгә. Вәкил Мостафа улы дөрләп янған танктан имен-һау сыға ала, әммә асыҡ люктан яралы командирҙы күреп, ярҙамға килә. Уны арҡаһына йөкмәп, хәүефһеҙ урынға сығарғанда, сираттағы бомба ярсығы уның да аяғын теткеләп үтә, ә командир һәләк була. Яралы яугир Силәбе госпиталенә оҙатыла.