Яңылыҡтар
19 Август 2024, 11:07

«Һеҙгә Рәсәй Президенты указы менән түләү тәғәйенләнде. Аҡса алыу өсөн һылтанма буйынса ғариза бирегеҙ».

-

«Һеҙгә Рәсәй Президенты указы менән түләү тәғәйенләнде. Аҡса алыу өсөн һылтанма буйынса ғариза бирегеҙ».«Һеҙгә Рәсәй Президенты указы менән түләү тәғәйенләнде. Аҡса алыу өсөн һылтанма буйынса ғариза бирегеҙ».
«Һеҙгә Рәсәй Президенты указы менән түләү тәғәйенләнде. Аҡса алыу өсөн һылтанма буйынса ғариза бирегеҙ».

Мутлашыусылар Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре исеменән ошондай хат ебәрә. Был аҡса кешенең һатып алыу мөмкинлеген арттырыу өсөн дәүләт программаһы буйынса тәғәйенләнә, тип яҙа.

Хәбәрҙә «заявка»ға һылтанма була — ошо форма аша енәйәтселәр һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе урлай.

❗ Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре:

- шәхси мәғлүмәттәр йыйыу йәки хеҙмәттәр тәҡдим итеү маҡсатында шылтыратмай;
- телефон аша һәм социаль селтәрҙәге хәбәр рәүешендә иҫәп реквизиттарын һәм банк карталары номерҙарын һорамай;
- һылтанма буйынса сит сайтҡа күсергә тәҡдим иткән СМС-хәбәрҙәр һәм электрон хаттар ебәрмәй.

📱 Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгенең рәсми чат-боты ошо һылтанма буйынса ғына асыҡ: vk.cc/cxJ0K6.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас