2021 йылдан Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы буйынса «Атайсал – кесе Ватан» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаты - хәйриә программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн фекерҙәштәр, тыуған ауылдары һәм ҡалалары тормошона битараф булмаған кешеләр эҙләү. Бер һүҙ менән әйткәндә, бәләкәй ҡалаларҙан йәки ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр үҙҙәренең кесе Ватанына ярҙам итә.
Хәйбулла районында ошо проектта тәүге ҡатнашыусыларҙың береһе-Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Ауылдаштары менән бергә ул тыуған ауылы Таштуғайҙағы ҡоҙоҡто төҙөкләндерә.
Ә быйыл Ивановка ауылында стела һәм арт-объект барлыҡҡа килде, был эштәр Ивановка ауылында тыуып үҫкән Дим Ильясовтың ярҙамында башҡарылды. Дим Ильясов ошо ауылда тыуып үҫкән. Ун йыл элек яҙмыш уны алыҫ Норильск ҡалаһына алып килә, ул әле лә шунда эшләй. Унда ул үҙенең ауылын онотмай, сөнки бында әсәһе, яҡын туғандары һәм дуҫтары йәшәй. Һәр йәй улҡатыны Дилара һәм балалары Диана һәм Данияр менән тыуған яҡтарына килә.
Быйыл Дим ауылды биҙәү идеялары менән сығыш яһай. Ул мессенджерҙа чат булдырып, унда ауылдаштарын һәм фекерҙәштәрен туплай, улар уның иҫке яҙыуҙы яңыһына алмаштырыу идеяһын хуплай. Кәрәкле сумманы йыйып, Дим заказ бирә һәм һанаулы көндәрҙә стела ҡуялар һәм уға өҫтәп ауыл клубы эргәһендәге «Мин Ивановканы яратам» арт-объектын урынлаштыралар. Дөйөм алғанда 350 мең һум самаһы тотонола.
Ивановка ауылы старостаһы Иҡсан Илбәков әйтеүенсә, уларҙың ауылында битараф булмаған кешеләр күп йәшәй. "Улар араһында райондан күптән киткәндәр, әммә тыуған яҡтарын онотмағандар ҙа бар. Уларҙың һәр береһе ауылыбыҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Хәҙер яңы стела менән ауылға инеү бик күңелле. Уның тураһында хәтер ҡалдырырға теләүселәр арт-объект янында фотоға төшә, – ти ул.
«Атайсал – кесе Ватан» проектын ғәмәлгә ашырыуҙың өс йылында Башҡортостан Республикаһында биш меңдән ашыу кеше ҡатнашты, 27 меңдән ашыу проект урынлаштырылды, шуларҙың 26 857-һе тамамланды. Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарынан (Яҡут Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Төмән өлкәһе һ.б.) ҡатнашыусыларҙың вәкиллеге киңәйә. «Атайсал» проектында ҡатнашыусылар араһында илебеҙҙең 20-нән ашыу төбәгендә йәшәгән меценаттар бар. Тамамланған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дөйөм сумма 1,4 миллиард самаһы тәшкил итте.