Яңылыҡтар
18 Август 2024, 14:36

Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр

Түңгәүер ырыуының VI йыйыны сиктәрендә төрлө мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды. Ә Аҡъярҙа ҡурайҙы донъяға танытҡан билдәле яҡташыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылыуы - йылдың иң сағыу, иң иҫтәлекле көнөнә әүерелде. Йыйындың тантаналы өлөшөндә фиҙәҡәр хеҙмәте, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән абруй ҡаҙанған райондаштарыбыҙ тәбрикләнде.

Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләрХеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр
Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр

Түңгәүер ырыуының VI йыйыны сиктәрендә төрлө мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды. Ә Аҡъярҙа ҡурайҙы донъяға танытҡан билдәле яҡташыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылыуы - йылдың иң сағыу, иң иҫтәлекле көнөнә әүерелде. Йыйындың тантаналы өлөшөндә фиҙәҡәр хеҙмәте, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән абруй ҡаҙанған райондаштарыбыҙ тәбрикләнде.

Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдарында намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:

*  Рәсембәтова Роза Раузат ҡыҙы, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары;

* Сөләймәнов Илгиз Ҡотдос улы, Таналыҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хаты менән  Хәйбулла районы Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Мәмбәтова Лариса Рәшит ҡыҙы бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһының архив эштәре буйынса идаралығына йөкмәтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм булышлыҡ иткәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығының Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләк менән Хәйбулла районы хакимиәтенең архив хеҙмәте мөдире Юламанова Илһөйәр Илшат ҡыҙы бүләкләнде.

Тарихи мираҫты һаҡлауға ҙур өлөш индергәне һәм Башҡортостан Республикаһы архивтары менән емешле хеҙмәттәшлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығының Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәре менән бүләкләнделәр:

  • Собханғолов Рәхим Рәүеф улы, педагогик хеҙмәт ветераны, Хәйбулла районы түңгәүерҙәренең ҡор башы;
  • Байғусҡарова Рәзилә Фәйзулла ҡыҙы, Хәйбулла районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр
Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр
Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр
Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр
Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас