Бөгөн Хәйбулла районында Түңгәүер ырыуының VI съезы үтә. Һуңғы йылдарҙа түңгәүерҙәрҙең йыйындары ырыуҙаштар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыл һайын уҙғарыла: 2021 йылда Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында түңгәүерҙәрҙең 3-сө йыйыны, 2022 йылда Әбйәлил районы Асҡарҙа 4-се йыйын, 2023 йылда Баймаҡта Түңгәүер ырыуының 5-се йыйыны ойошторолдо. Быйыл эстафетаны Хәйбулла районы түңгәүерҙәре ҡабул итеп, алтынсы йыйынды ойоштора. Аҡъярҙа, шулай уҡ Таштуғай, Сиҙәм һәм Өфө ауылдарында уҙғасаҡ Түңгәүер ырыуының VI съезы сараларға, яңылыҡтарға бай.
Сиҙәм ауылында ҡунаҡтарҙы йылы итеп ҡаршы алып, уларға Сиҙәм ауыл биләмәһендәге ауылдарҙың тарихы, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен эшкәртеү эпопеяһы менән таныштырып, йола күрһәтелде.