Бөгөн Хәйбулла районында 6-сы түңгәүерҙәр йыйыны үтте. Уның сиктәрендә бихисап мәҙәни-спорт саралары ойошторолдо, шуларҙың – мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап-альбомдың исем туйы район мәҙәниәт йортонда уҙғарылды.
Йыйынға хәйбуллаларҙан тыш, түңгәүерҙәр көн иткән Баймаҡ, Йылайыр, Белорет, Әбйәлил райондарынан, шулай уҡ Өфө,Мәскәү, Йошкар-ала ҡалаларынан һәм башҡа тарафтарҙан ҡунаҡтар йыйылды.
Делегаттарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сәләмләп: "Бындай осрашыуҙар беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерә, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә, яңы маҡсаттар ҡуйыла. Был сара милләттәштәребеҙҙең ата-бабалары рухына тоғро ҡалыуын, нәҫел ебен өйрәнеп, шәжәрәһенә ҙур иғтибар бүлеүен, балалары үҙ тамырҙарын белһен һәм киләһе быуынға тапшырһын өсөн тырышлыҡ һалыуын күрһәтә. Түңгәүерҙәр ҡоро ла халыҡтың тупланыуына, рухи йәһәттән көсәйеүенә булышлыҡ итер, башҡа ырыу вәкилдәрен дә әүҙемлеккә әйҙәр тигән өмөттә ҡалабыҙ", - тине.
Фәһемле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә бай әңгәмә барышында өр-яңы баҫманың төҙөүселәре — уның яҡташтары, күптән Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһын өйрәнгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, тарихсы һәм журналист Азат Ярмуллин китап-альбом менән йыйылған хәйбуллаларҙы һәм йыйын ҡунаҡтарын таныштырҙы. Китапҡа төрлө йылдарҙа баҫылған уникаль архив документтары, музыкант хаҡында мәҡәләләр һәм иҫтәлектәр, һирәк осраған фотоһүрәттәр ингән. Китапты музыкантҡа бағышланған шиғырҙар һәм Башҡортостан тәбиғәтенең фотопейзаждары биҙәй.
Таштуғайҙан Рәхим Собханғолов Хәйбулла түңгәүерҙәре буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Ул билдәләүенсә, Хәйбулла районы территорияһында түңгәүерҙәр тарафынан Үрге һәм Түбәнге Смаҡ, Вәлит, Бәләкәй Вәлит, Аранташ, Таштуғай (Солтанғужа), Әҙел, Рафиҡ, Суҡраҡ (Әбделмәмбәт), Әбделнасир (Елбаш), Ғәббәс (Киндерле), Йомағужа ауылдары нигеҙләнгән. Рәхимә Үтәшева ғаиләһе һәм атаһы данлыҡлы көрәшсе Ғаззали Үтәшев тураһында һөйләне, ә Рәзифа Моталлапова Әҙел ауылынан сыҡҡан Моталлаповтар шәжәрәһе һәм уларҙың билдәле вәкилдәре менән таныштырҙы. Яҡташыбыҙ фәлсәфә фәндәре кандидаты Уйылдан Сәйетов түңгәүер ырыуына ҡараған Сәйетовтар шәжәрәһе менән таныштырып, уның нәҫеле бөтә ялан түңгәүерҙәре шәжәрәләре менән бәйле булыуын билдәләне. Әйткәндәй, ялан түңгәүерҙәренең шәжәрәһе бейеклеге 4 метр, киңлеге 8 метр булған ҙур стендта Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркындағы сәхнәгә ҡуйылды.
Ҡәҙим Аралбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
–Данлыҡлы яҡташыбыҙ, мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың сит илдәргә гастролдәре тураһында күп яҙылған. Үҙем шәхсән уның тураһында матбуғат аша 60-сы йылдарҙа белдем. 1966 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзитендә журналист Ирек Арғынбаевтың “Донъяны таң ҡалдырған ҡурайсы” тигән мәҡәләһе сыҡты. Шул йылдарҙан алып Йомабай Иҫәнбаев тураһында материалдар йыя башланым. 1978 йылда “Ағиҙел” журналында данлыҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың да мәҡәләһе донъя күрҙе. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыллығын билдәләү айҡанлы буклет сығарҙым. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы финанс ярҙамы күрһәтте. Халыҡтан ишеткән, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан яҙмаларҙан Йомабай Иҫәнбаев тураһында бик күп мәғлүмәттәр туплағайным. Бына шул материалдарым күбәйгәс, эх, китап сығарырға ине, тип уйлай торғайным. Ниһайәт, Түңгәүер ырыуы йыйы нында яҡташыбыҙ тураһында китап сығарырға ҡарар ҡабул ителде. Хәйбулла районы ойошмалары ла шулай уҡ ярҙам күрһәтте. Шулай итеп был китап донъя күрҙе. Әлбиттә, китап нәшриәтенә, район етәкселегенә ҙур рәхмәт. Ул беҙҙең ҡурайсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, бигерәк тә музыкаға ылыҡҡан йәштәр өсөн ҙур бүләк. Был китап бай мәғлүмәтле ҡулланма һәм ул үҙ уҡыусыларына барып етер, тип ышанам.
Азат Ярмуллин, тарихсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Түңгәүер ырыуы ҡоро ағзаһы:
–Башҡорт халҡының мәшһүр ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев тураһында китап сығарыу тураһында ниәт 2022 йылда уҡ тыуҙы. Сөнки түңгәүер йыйынын мәҙәни саралар менән генә сикләмәй, тарихи шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү, түңгәүер тарихы буйынса китаптар сығарыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйғайныҡ. 2022 йылда Әбйәлил районы Асҡар ауылында уҙған 4-се Түңгәүер йыйынында күренекле түңгәүер батыры Көҫәп Солтанғоловҡа һәйкәл астыҡ, “Түңгәүер башҡорттары. Урман түңгәүере тарихы” исемле китап сығарҙыҡ. 2023 йылда Баймаҡ районында үткән 5-се Түңгәүер йыйынына бағышлап, Баймаҡ ҡалаһында башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, милли хәрәкәт эшмәкәре, журналист, шағир, драматург, телсе, фольклорсы Хәбибулла Ғәбитовтың (Әбделкәрим ауылынан) исемен мәңгеләштерергә тигән ниәтебеҙ бар ине. Бойомға ашмай ҡалды. Аллаға шөкөр, Түңгәүер ҡоро, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимен хуплап, быйыл Хәбибулла Ғәбитовтың 140 йыллығын уҙғарыу тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы сыҡты. Беҙҙең ниәт бойомға ашты тип әйтергә була. 2022 йылда 4-се Түңгәүер йыйыны ҡарарҙарына Хәйбулла районында үтәсәк 6-сы йыйынға Йомабай Иҫәнбаев тураһында китап сығарыу һәм уға һәйкәл ҡуйыу тураһында пункттар ингәйне. Түңгәүер ҡороноң инициативаһын Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хупланы. Уға оло рәхмәттебеҙҙе еткергем килә. Былтыр Хәйбулла районы ярҙамы менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев, ҡор башы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев менән бергә ең һыҙғанып китапты сығарыуға әҙерләү эшенә тотондоҡ. Ҡәҙим ағай байтаҡ йылдар Йомабай Иҫәнбаев тураһында материалдар туплаған ине, улар китап-альбомдың нигеҙен тәшкил итте. Шулай уҡ Хәйбулла районынан байтаҡ материалдар, ҡиммәтле фотографиялар алдыҡ. Бигерәк тә Йомабай Иҫәнбаев көндәре хаҡында фотографиялар китабыбыҙҙы байытты. Китап Йомабай Иҫәнбаев тураһында ғына түгел, үҙенә күрә Йомабай Иҫәнбаев көндәренең бер йылъяҙмаһы ла булып китте. Сөнки бында 4 тиҫтә йылдан ашыу Хәйбулла ерендә уҙғарылып килгән ҡурай байрамының тарихы тәүге тапҡыр бер китапҡа тупланды. Әйтергә кәрәк, был китапта Йомабай Иҫәнбаевтың әлегә билдәле булған барлыҡ фотографиялары, уның тураһында яҙылған мәҡәләләр, бигерәктә үҙе иҫән саҡта уҡ 20-се йылдарҙа Башҡортостан матбуғатында сыҡҡан мәҡәләләр бик ҡиммәтле сығанаҡ булып тора. Үҙем тарихсы, архивсы булараҡ, китапҡа Йомабай Иҫәнбаевтың шәжәрәһе (коллегам Илнур Тутаев менән берлектә), тамырҙары, архивта һаҡланған уникаль фотография һәм түңгәүер ҡурайы хаҡында мәҡәләләр яҙҙым. Архив материалдарын өйрәнеү барышында уның тыуған көнө 1891 йылдың 21 сентябре түгел, ә 1890 йылдың 10 октябре булыуы асыҡланды. Был архив матери алдарының барыһы ла китапҡа инде. Башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡурайсыһы, ырыуҙашыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев алдында булған бурысыбыҙҙы үтәй алғаныбыҙға сикһеҙ шатмын. Хәйбулла районы хакимиәтенә оло рәхмәтемде белдерәм.