Бөгөн Хәйбулла районында 6-сы түңгәүерҙәр йыйыны үтә. Уның сиктәрендә бихисап мәҙәни-спорт саралары ойошторола, шуларҙың береһе – данлыҡлы көрәшсе Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев иҫтәлегенә "Дала батыры"милли көрәш буйынса турнир һәм "Түңгәүер мәргәне" уҡ атыу буйынса бәйге ойошторолдо. Мәртәбәле һәм мауыҡтырғыс ярыштарға Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Еәйнсура, Учалы район-ҡалаларынан көрәшселәр һәм мәргән уҡсылар йыйылды.
Белешмә
Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев 1909 йылдың 10 февралендә Хәйбулла районы Кәрим ауылында өсөнсө бала булып донъяға килә. Ғаззали батыр тәүге тапҡыр көрәш майҙанына 15 йәшендә сыға. Данлыҡлы көрәшсе, майҙандарҙа 62 йәшкә тиклем бил бирмәгән, бер ҡасан да еңелмәгән бәһлеүән, Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Уның исеме Башҡортостанда ғына түгел, ситтә лә киң таралған. Ул 1977 йылдың 5 апрелендә 67 йәшендә вафат була.
Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Түңгәүер ырыуы ҡор башы:
–Донъялыҡта кешенең эшләгән изгелеге һуңынан да маяҡ кеүек балҡып тора, тиҙәр. Был һүҙҙәр, ысынлап та дөрөҫ. Атайым көрәш батыры Ғаззали күптән инде гүр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, уның хаҡында иҫтәлектәр әле лә халыҡ күңелендә һаҡлана, уның исемен оло ихтирам менән телгә алалар. Ғаззали батыр иҫтәлегенә үткән бәйге – уның батырлығына ҙур баһа. Атайымдың сәмләнеп донъя көткәнен, майҙандарға сығып көрәшкәнен ваҡыты-ваҡыты менән иҫкә төшөрәм: һабантуй ҙарҙың йәме көрәш булһа, ә шул бәйгенең батыры булып танылған атайым– ғорурлығыбыҙ ине. Атайым сәмле көрәшсе, көслө бәһлеүән, асыҡ күңелле, рухлы, төплө фекерле, оло кәңәшсе булды. Бала саҡтан шундай бер хәтирә иҫемдә. Мин 2-се класта уҡый инем. Ҡыш көнө, ғаиләбеҙ киске ашҡа йыйылған. Атайыма ул ваҡытта 58 йәштәр тирәһе булғандыр. Апайҙарым уға: “Эй, атай, хәҙер һин көрәшә алмаҫһың инде, өлкәнәйҙең. Йүгереп уҙышҡанда ла арттан килерһең инде”, – тип бәхәс ҡорҙо. Атайым иһә: “Мин оҙон толоп кейеп йүгерһәм дә, барыбер һеҙҙе уҙасаҡ мын”, – тип сәмләнеп китте. Беҙ: “Юҡ, булмаҫ!” – тип шаулағас, ул урынынан торҙо ла: “Ярай, әләйһә, әйҙәгеҙ”, – тип тышҡа сыҡты, беҙ уға эйәрҙек. Тышҡа сыҡҡас ул ҡайҙа тиклем ярышырға тип сикте билдәләне. “Спортсылар” бер сафҡа теҙелде: толоп кейгән атайым уртала, 10-сы класта уҡыған Фәриғә апайым – һул яғында, 7-се класта уҡыған Зиннур ағайым – уң яғында. Беҙ көйәрмәндәр: әсәйем, Рәхилә, Рәхимә, Хәсән, Хөсәйен һәм мин. Ярышсылар урындарынан ҡуҙғалды, тәүге метрҙы йәнәш килделәр. Бер мәл атайым алғараҡ сыҡты, быны күргән туғанда рым атайҙың толобона уңлы-һуллы килеп йәбеште. Ләкин был ғына уны туҡтата алманы. Оҙон толопҡа икеһе ике яҡтан йә бешкән ағайым менән апайым шулай һөйрәлеп, биттәре менән ҡарҙы йырып финишҡа килеп етте. Көлөшә-көлөшә өйгә индек. Атайым бик тә сәмле кеше булды. Атайымдың вафатына ярты быуатҡа яҡын ваҡыт үткәндән һуң да яҡташтары уны онотмай. Йыл һайын Хәйбуллала өлкәндәр, балалар араһында район-ара, республика кимәлендә милли көрәш бәйгеләре үткәрелә. Әлбиттә, бының өсөн район етәкселегенә, спорт бүлегенә, спортсыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ район үҙәгендә атайым исемендәге урам бар һәм уның иҫтәлегенә бюст ҡуйылды. Был инде яҡташтарының, район етәкселегенең атайымдың исемен мәңгеләштереү буйынса әүҙем эшләүе хаҡында һөйләй. Тағы ла Ғаззали батыр иҫтәлегенә милли көрәш бәйгеһе Түңгәүер ырыуы йыйындарында ла үткәрелә. Киләсәктә лә спорт бәйгеһе йүнәлешендә атайымдың исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып барылыр тигән өмөттәмен.