– Йылҡысылыҡ, башҡорт атының тоҡомон һаҡлау һәм үҫтереү-ул беҙҙең тәбиғәт менән бәйләнешебеҙ. Бына инде өсөнсө йыл беҙ «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашабыҙ, йыл һайын 50-гә яҡын ат тәҡдим итәбеҙ. Ике йыл эсендә беҙҙә «Ылаҡ» уйынын тергеҙҙек. Был халыҡ уйынын районда ла үткәрәбеҙ. Нур Күсәрбаев-иң яҡшы уйынсыларҙың береһе, бөгөн ул республика йыйылма командаһы капитаны. Уйынсыларҙың оҫталығы арта. Был спорт төрө патриотик тойғоларҙы ла нығыта, бигерәк тә йәштәр өсөн мөһим. Ат һәр ваҡыт башҡорт яугирының дуҫы була. Бөгөн Башҡортостанда йылҡысылыҡ үҫешеүе һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау мәсьәләһенең дәүләт кимәленә күтәрелеүе ҡыуаныслы, - ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.