Яңылыҡтар
16 Август 2024, 10:28

Айгиз Тазетдинов, Тимур Ғафаров, Илгиз Тазетдинов составындағы хәйбулла һыбайлылар командаһы «Тай-тулаҡ»уйынында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

-

Айгиз Тазетдинов, Тимур Ғафаров, Илгиз Тазетдинов составындағы хәйбулла һыбайлылар командаһы «Тай-тулаҡ»уйынында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.Айгиз Тазетдинов, Тимур Ғафаров, Илгиз Тазетдинов составындағы хәйбулла һыбайлылар командаһы «Тай-тулаҡ»уйынында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Айгиз Тазетдинов, Тимур Ғафаров, Илгиз Тазетдинов составындағы хәйбулла һыбайлылар командаһы «Тай-тулаҡ»уйынында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Баймаҡ районында башҡорт аты фестивалендә «Тай-тулаҡ»ат спорты ярышы үтте.  Башҡорттарҙа был ярыштың бер быуатлыҡ тарихы бар, унда өс кеше ҡатнаша. Ярыштың асылы шунда: өс ҡатнашыусынан торған команда мөмкин тиклем тиҙерәк өйрәтелмәгән атҡа ултырып, уның өҫтөндә ҡалырға тейеш. 5 минут эсендә ҡатнашыусылар был бурысты үтәргә тейеш. Был ярышта атты өйрәтеүгә ваҡыт сарыф итеү мөмкинлеге юҡ.

Айгиз Тазетдинов, Степной ауылы һыбайлыһы: - Был конкурста икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Өйрәтелмәгән йәш атҡа ултырғанда адреналиндың күтәрелеүен тоям, ҡурҡыу юҡ, киреһенсә ҡыйыулыҡ, дәрт бар. Һөҙөмтәлә иң мөһиме-команданың үҙ-ара килешеп эш итеүе.

Автор:
Читайте нас