Яңылыҡтар
15 Август 2024, 07:01

“Башҡорт аты” тап Радий Хәбировтың ярҙамы менән башланғыс алды”

Шулай тине “Ирәндек” фондын ойоштороусы Алмас Шөгөров    

“Башҡорт аты” тап Радий Хәбировтың ярҙамы менән башланғыс алды”“Башҡорт аты” тап Радий Хәбировтың ярҙамы менән башланғыс алды”
“Башҡорт аты” тап Радий Хәбировтың ярҙамы менән башланғыс алды”

Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале башланыр алдынан “Ирәндек” башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фондын ойоштороусы Алмас Шөгөров менән осрашып, уның был сараға ҡарата фекерен һорашмау мөмкин түгел ине. Сөнки өсөнсө йыл рәттән үткәрелгән һәм хәҙер инде халыҡ-ара кимәленә күтәрелгән фестивалдең башланғыс алыуында уның өлөшө ҙур.

“Ат тип йән атҡан аҫыл егеттәр район хакимиәте менән берлектә башҡорт тоҡомон һаҡлап ҡалыу буйынса бер нисә тапҡыр кәңәшмә үткәреп, проблемаға бөтөн йәмәғәтселекте, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан етәкселеген йәлеп итте. Һөҙөмтәлә “Ирәндек” башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды барлыҡҡа килде. Алмас Шөгөров етәкләгән был фонд баштан уҡ үҙ алдына ныҡлы маҡсат ҡуйып, башҡорт атын һаҡлау йүнәлешендә күп эш атҡарҙы һәм был бөгөн дә әүҙем дауам итә.

Бынан бер нисә йыл элек “Ирәндек” фонды Иҫке Сибай ауылында “Тай-тулаҡ” бәйгеһен ойоштороп, сараға Башҡортостандан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта яҡын илдәрҙән спортсыларҙы йәлеп иткәйне. Унда БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Азат Бадранов та ҡатнашты. Бер аҙҙан бында “Оҙон бәйге” ҙур ат спорты ярыштары уҙҙы, уға тамаша ҡылырға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров килде. “Радий Фәрит улына был сара бик оҡшаны, -ти Алмас Шәфҡәт улы.- Һәм шул мәлдә ул “Башҡорт аты” фестивален үткәреү тәҡдимен күтәреп сыҡты. Тап шул ваҡыттан алып был йүнәлештә эш башланды. Тәүге йылда Башҡортостандан һәм Рәсәйгә яҡын сит илдәрҙән вәкилдәр һәм спортсылар килһә, былтыр инде ул халыҡ-ара статусҡа эйә булды.

“Башҡорт аты” фестивален үткәреү беҙҙең халҡыбыҙ һәм республикабыҙ өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Тап ошо фестиваль ярҙамында боронғо кәсептәрҙе, уйындарҙы тергеҙеү һәм популярлаштырыу, ат спортын яңы кимәлгә күтәреү, башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса ҙур эштәр атҡарылды. Башҡорт атына патент алынды, был, белеүебеҙсә, ҙур әһәмиәткә эйә.

Быйылғы сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән билдәле спортсылар һәм вәкилдәрҙең ҡатнашырға теләк белдереүе үҙе үк “Башҡорт аты” фестиваленең абруйлы һәм мауыҡтырғыс булыуы тураһында һөйләй.

“Башҡорт аты” фестивале ойошҡанлы үтһен, ул үҙ маҡсатына ирешһен!

Азамат Мөхәмәтшин.

https://hakmar.ru/news/novosti/2024-08-15/bash-ort-aty-tap-radiy-h-birovty-yar-amy-men-n-bashlan-ys-aldy-3886353?utm_so 

“Башҡорт аты” тап Радий Хәбировтың ярҙамы менән башланғыс алды”
“Башҡорт аты” тап Радий Хәбировтың ярҙамы менән башланғыс алды”
“Башҡорт аты” тап Радий Хәбировтың ярҙамы менән башланғыс алды”
“Башҡорт аты” тап Радий Хәбировтың ярҙамы менән башланғыс алды”
Автор:
Читайте нас