Яңылыҡтар
14 Август 2024, 11:00

"Бәйләнеш" селтәрендә үҙ аккаунтыңды нисек һаҡларға?

-

"Бәйләнеш" селтәрендә үҙ аккаунтыңды нисек һаҡларға?"Бәйләнеш" селтәрендә үҙ аккаунтыңды нисек һаҡларға?
"Бәйләнеш" селтәрендә үҙ аккаунтыңды нисек һаҡларға?

📲 Башҡортостан Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы белгестәре менән берлектә «Бәйләнештә»ге аккаунттарҙы ватып инеүҙән нисек һаҡларға кәрәклеген аңлатабыҙ.

⃣ Ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ. Аккаунтҡа ингәндә система логин һәм пароль ғына түгел, ә махсус раҫлау кодын да һораясаҡ.

⃣ Һандарҙан, тамғаларҙан һәм төрлө ҙурлыҡтағы хәрефтәрҙән торған ҡатмарлы пароль уйлап табығыҙ.

Әгәр шикле СМС-хәбәрҙәр алһағыҙ, башҡаларҙың профилегеҙгә инергә маташыуын һиҙеп ҡалһағыҙ йәки, иҫәп яҙмаһын ватып инерҙәр, тип шикләнһәгеҙ, шунда уҡ WK ID кабинетының «Хәүефһеҙлек һәм инеү» — «Ысулдар» бүлегендә паролегеҙҙе үҙгәртегеҙ.

⃣ Даими рәүештә аккаунтығыҙҙың әүҙемлеген тикшереп тороғоҙ. Уны «Хәүефһеҙлек һәм инеү» — «Әүҙемлек тарихы» бүлегендә табырға мөмкин.

Әгәр унда шикле сеанс (таныш булмаған IP, браузер, инеү ваҡыты) күрһәгеҙ, тәүҙә сеанстың үҙенә, һуңынан «Сеансты тамамлау» төймәһенә баҫығыҙ, паролегеҙҙе лә үҙгәртегеҙ.

4⃣ Аккаунтығыҙға актуаль мәғлүмәттәр (телефон номеры һәм электрон почта) беркетелеүен даими ҡарап тороғоҙ. СМС йәки хат аша килгән кодтарҙы бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ!

5⃣ «Бәйләнештә» селтәрендәге мөмкинлектәрҙе киңәйткән сит сервистарҙан һаҡ булығыҙ. Енәйәтселәр, иҫәп яҙмаларын ватып инеү өсөн, улар аша вирустар таратырға мөмкин.

6⃣ Шикле һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ һәм үҙегеҙҙең профилгә инеү өсөн бер ҡайҙа ла шәхси мәғлүмәтегеҙҙе индермәгеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас