«Әйҙәгеҙ, бергәләп туған Башҡортостаныбыҙҙағы ыңғай үҙгәрештәргә, яҡташтарыбыҙҙың уңыштарына һәм еңеүҙәренә рәхмәт әйтәйек», - ти «Рәхмәт – 2024» акцияһының ойоштороу комитеты вәкиле Регина Ҡадырова.
Конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостанда оҡшаған тарих хаҡында, мәҫәлән, яңы ял урындары, файҙалы проекттар һәм башҡалар хаҡында яҙырға кәрәк. Текстарҙы https://vk.com/algapatriot һылтанмаһы буйынса «Алга, патриот» төркөмөнә «Предложить новость» бүлегенә ебәреү талап ителә.
Яҙма грамоталы яҙылырға, фото һәм видео менән байытылырға тейеш, ҡала-район атамаһын күрһәтеү мотлаҡ.
Аҙна һайын ойоштороусылар ике номинацияла еңеүселәрҙе билдәләй: иң күп лайк йыйған (накрутка яһау тыйыла) һәм осраҡлы һандар ҡушымтаһы ярҙамында билдәләнгән яҙмалар.
Тәүге конкурс кисә тамамланды, еңеүселәр маркетплейстарға сертификаттар менән бүләкләнде. Һәр аҙна һайын шәп приздар: сертификаттар, телефондар, робот-саң һурҙырғыстар һәм башҡалар уйнатыла.