2023 йылдың төп ҡаҙаныштарының береһе булып урта ғүмер оҙайлығын арттырыу тора, сөнки тап ошо күрһәткес тармаҡтың һөҙөмтәле эшләүен билдәләй. 5 йыл элек был күрһәткестәр 70 йәш тәшкил итә, ә хәҙер ул 73,2 йәшкә еткән. Республика өсөн маҡсат - 2030 йылға ҡарай 78 йәшкә тиклем арттырыу. Ғүмер оҙонлоғоноң артыуына йоғонто яһаған факторҙарҙың береһе булып халыҡтың дөйөм үлем кимәленең түбәнәйеүе тора. Был үҙ сиратында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан, яман шештәрҙән, сабыйҙар үлемен кәметеү буйынса үткәрелгән профилактик сараларҙың һөҙөмтәлелеге менән бәйле. Район үҙәгендә уҙған «Сәләмәтлек марафоны»ла иҫкәртеү сараларының береһе.
Марафон 15 минутлыҡ иртәнге зарядканан башланды. Һуңынан район мәҙәниәт йорто фойеһында медицина хеҙмәткәрҙәре ҡан баҫымын үлсәне, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе факторҙарын асыҡлау өсөн анкеталау үткәрҙе, брошюралар таратты. Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефен билдәләргә өйрәтте, артериаль гипертензияны иҫкәртеү тураһында һөйләне, ҡан баҫымын контролдә тотоу көндәлеген алып барыу мөмкинлеген аңлатты. Сарала ҡатнашыусылар күсмә модуль үҙәгендә диспансеризация үтә алды.
Һуңынан мәҙәниәт йортоноң тамаша залында йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм иртә асыҡлау буйынса лекция үтте. Килгән ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сәләмләне:
-Был бик кәрәкле сара, уның маҡсаты - халыҡтың һаулығын һаҡлау, кешеләрҙең ғүмер оҙайлығын арттырыу. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ. Бының өсөн йыл һайын халыҡты диспансерлаштырыу һәм профилактик тикшереүҙәре үткәрелә. Һәр бкешенең һаулығы үҙ ҡулында. Сәләмәт тормош алып барығыҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ, ошо ябай саралар һеҙҙең һаулығығыҙға ҙур йоғонто яһай, - тине ул.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, клиник ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова халыҡ алдында «Инсульт һәм инфарктҡа юл юҡ» темаһына сығыш яһаны. Тыңлаусылар инсульт һәм инфаркт билдәләре, уларҙы иҫкәртеү буйынса саралар хаҡында белде. Шулай уҡ хәүеф факторҙары тураһында һөйләне. Профессор тормоштоң «алтын ҡағиҙәһе» тураһында иҫкә төшөрә: «Үҙгәртә алмауың арҡаһында борсолма, хәлде нисек бар, шулай ҡабул ит. Сөнки беҙ һауа торошон үҙгәртергә тырышмайбыҙ, ә һауа торошо буйынса кейенәбеҙ», - тине ул.
Әйткәндәй, быларҙың барыһы ла «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы халыҡтың үлемен кәметеү, медицина ойошмаларында кадрҙар дефицитын бөтөрөү, бөтә граждандарҙы профилактик тикшереү менән солғап алыуҙы тәьмин итеү кеүек маҡсаттарҙы күҙ уңында тота.
Файҙалы лекциянан һуң барыһы ла саф һауаға сыға һәм һаулығына табан 10 мең аҙым үтә.
Сарала ҡатнашыусылар бик күп кәрәкле практик мәғлүмәт алды һәм файҙалы ваҡыт үткәреү менән ҡәнәғәт ҡалды.
Алмас Мырҙабаев, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Алмас Рәшит улы Мурзабаев:
-«Сәләмәтлек марафоны» акцияһы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеүгә һәм халыҡты ябай ҡағиҙәләр менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Бында беҙ диспансеризацияның мөһимлеге тураһында һөйләйбеҙ. Һәр кеше үҙ һаулығы өсөн үҙе борсолорға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы беҙҙә халыҡ иҫкәртеү маҡсатында поликлиникаларға бик аҙ мөрәжәғәт итә һәм бына шуны маҡсат итеп медицина учреждениеларында түгел, ә халыҡ күпләп йыйылған ерҙә ошондай саралар уҙғарабыҙ.
Рәлиф Искәнйәров, Яңы Ергән ауылы фельдшеры:
-Ошондай марафондар күберәк булһын ине, халыҡ үҙенең һаулығы хаҡында нығыраҡ уйланһын, диспансеризация үтеп торһондар. Бөгөн дә кешенең күп булыуы ҡыуандырҙы, тимәк улар үҙенең һаулығына битараф түгел. Акцияла ҡатнашыусылырҙың һәр береһенә кәңәштәр биреп оҙатып ҡалдыҡ.