Яңылыҡтар
7 Август 2024, 07:16

Урал аръяғының иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылдыҡ.

Хәйбулла районынан 49 «көмөш йәштәге» турист «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» туризм проекты сиктәрендә Урал аръяғы буйлап сәйәхәт ҡылды.

Урал аръяғының иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылдыҡ.Урал аръяғының иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылдыҡ.
Урал аръяғының иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылдыҡ.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһында эш башлағанда республикала эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәлде киҫкен тип билдәләне. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым льготалары һәм административ йомшартыуҙар системаһын булдырырға ҡарар ителде, шулай уҡ «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге», мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары республикала туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Хәйбулла районынан 49 «көмөш йәштәге» турист «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» туризм проекты сиктәрендә Урал аръяғы буйлап сәйәхәт ҡылды. Программаға – Советтар Союзы геройы Таһир Күсимов музейына, "Яҡтыкүл" шифаханаһына экскурсия индерелде. Ахырҙа хәйбуллалар Абҙаҡ тау саңғыһы курорты аквапаркында булды. Турҙа ҡатнашыусылар тәбиғәт, тарих һәм мажаралар донъяһына сумдырылырға мөмкинлек биргән сәйәхәт тураһында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Был сәйәхәт уларҙа күп ыңғай эмоциялар һәм хәтирәләр ҡалдырҙы. Туристар «Вэлком БР» туристик компанияһына бай һәм танып белеү туры өсөн, шулай уҡ шәхсән республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ошо проектты башлап ебәргәне өсөн рәхмәт белдерә. Әйткәндәй, бушлай туристик сәйәхәттә 60 йәштән өлкән ир-егеттәр, 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.

Ырыҫбикә Аллағолова, район ветерандар советы рәйесе 

-Республикабыҙҙа дүртенсе йыл старт алған был мәшһүр "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" туризм проекты барлыҡ оло быуын йәштәге әүҙем тормош алып барған барлыҡ хаҡлы ялдағыларға хуш килде. Был йәһәттән, иң беренсе дәүләт программаһы идеяһы өсөн Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хабировҡа, бай һәм йөкмәткеле программалы турҙы ойоштороусы "Вэлком РБ" турист компанияһына, районыбыҙҙа пенсионерҙарыбыҙҙы ойоштороп, ҡурсалап оҙатып йөрөп ҡайтыусы район хакимиәте белгесе Гүзәл Ишмөхәмәтоваға район ветерандар советы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Тағы ла минең кәңәшемә ойоштороусылар ҡолаҡ һалыр тип ышанам, хәйбуллалар өсөн, гүзәл баш ҡалабыҙ Өфөгә экскурсия туры ойоштороу мөһим, сөнки күптәр яңыртылған «Еңеү» паркын, йәки мөһәбәт Генерал Шайморатов һәйкәлен һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы күрергә хаҡлы.

Гөлниса Бикбова:

-Бик матур ял итеп, ҡыуанып, бер талай ер-һыу күреп, рәхәтләнеп йырлап, аралашып, бассейн, джакузи, саунаһында булып, йәшәүгә дәрт, көс алып ҡайттыҡ. Ҙур рәхмәт был программаны ойоштороусыларға, беҙҙең менән бик матур, алсаҡ, мөләйем аралашҡан һылыуҙар Розалия менән Гүзәлгә, шофер егетебеҙ Вилюргә ҙур рәхмәт.Эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, барыбыҙҙа иҫән-һау сәйәхәттәрҙә осрашырға тағы ла насип итһен Алла бирһә!

Илнара Аптикова

Урал аръяғының иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылдыҡ.
Урал аръяғының иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылдыҡ.
Урал аръяғының иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылдыҡ.
Урал аръяғының иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылдыҡ.
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас