«Бөйөк дала» башҡорт рок-фестивале йәнә Хәйбулла ерендә киң ҡолас йәйҙе һәм республиканың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Тамашасылар тере тауыш менән башҡарыусыларҙың йыр-моңон тыңлап, рәхәтләнеп бейеп-йырлап ҡына ҡалманы, теләге булғандар рок-фестиваленә махсус рәүештә сығарылған лотерея уйынында ҡатнашып ҡиммәтле һәм иҫтәлекле бүләктәргә эйә булдылар. Лотереяның төп бүләге – смарт телевизорҙы Аҡъяр ауылынан Ришат Фазылов отто.
«Рок музыкаһын даими тыңайым. Ошондай сағыу, бай йөкмәткеле байрамды ойоштороусыларға рәхмәт. Бындай мәртәбәле, рухлы саралар мөмкин тиклем йышыраҡ уҙғарылһын ине. «Бөйөк дала» рок-фестивале кеүек сараларҙың әһәмиәте ҙур – ул халыҡты берләштерә, күңелен байыта», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты даланлы тамашасы.