Махсус хәрби операцияға киткәнсе райондашыбыҙ янғын һүндереүсе булып эшләй. 2023 йылдың сентябрь айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Пензала хәрби әҙерлек үтә һәм артабан махсус хәрби операция зонаһына юллана. Әлеге ваҡытта Херсон өлкәһендә айырым танк батальонының ремонт взодында үҙ бурысын үтәй. Бронялы ремонт-эвакуация машинаһында алғы һыҙыҡтан боҙолған, снарядтар теткеләгән хәрби техникаларҙы сығарып йүнәтәләр һәм йәнә алғы һыҙыҡҡа оҙаталар. Яҡташыбыҙ хәрби тормошона зарланмай, унда ла бар нәмәне үҙҙәренә ҡулайлаштырып эшләгәндәр.
-Туҡланыу яғынан проблема булмаһа ла, бирелгән әҙер паектар ялҡытып китә. Мөмкинселек булған саҡта аҙыҡ-түлек һатып алып, үҙебеҙ бешерергә тырышабыҙ. Ә паектарҙы башлыса хәрби заданиеларға сыҡҡанда үҙебеҙ менән алабыҙ, - тип һөйләне яҡташыбыҙ.
«Чибис» Хәйбуллаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:
- Мин яҡташтарым менән ғорурланам. «Барыһы ла тыуған ил өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!» девизы аҫтында һеҙ гуманитар ярҙам туплап , иҙге һүҙҙәр менән беҙҙең рухты күтәрәһегеҙ. Һәр берегеҙҙең ҡул йылыһы тейгән ойоҡ-бейәләйҙәр, маскировкалау селтәрҙәре, һеҙҙең беҙҙе еңеү менән ҡайтыуыбыҙҙы көткәнегеҙҙе белдерә, еңеүгә ышанысты арттыра. Иң мөһиме – һеҙ йәшәгән, беҙ тыуған йорттарҙа тыныс булһын, ҡыйралыш-емереклек булмаһын, таңдарығыҙ алһыу, йоҡоларығыҙ тыныс булһын өсөн беҙ бында. Барығыҙға ла ихтирам һәм хөрмәт менән ҙур рәхмәт. Еңеүгә ышанабыҙ-башҡа юл юҡ! Һәм беҙ еңәсәкбеҙ! Берҙәмлектә –көс!” – тине Чибис позывнойлы яугир.
Ҡыйыулыҡ, тәүәкәллек һәм Ватанына һөйөү — былар барыһы ла ҡаһарман йөрәкле кешеләргә хас сифаттар. Ә беҙҙең маҡсат — яугирҙарыбыҙға ныҡлы терәк һәм ышаныслы ярҙамсы булыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда табырға мөмкин.
Илнара Аптикова