Яңылыҡтар
2 Август 2024, 16:23

«Был дәүләт гранты минең өсөн ҙур ярҙам», —ти ҡурайсы

Хәйбуллала «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ике йәш белгескә ярҙам итте

«Был дәүләт гранты минең өсөн ҙур ярҙам», —ти ҡурайсы«Был дәүләт гранты минең өсөн ҙур ярҙам», —ти ҡурайсы
«Был дәүләт гранты минең өсөн ҙур ярҙам», —ти ҡурайсы

Быйыл Рәсәй президенты Владимир Путин 2025 йылдан илдә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһын башлауҙары тураһында иғлан итте, уның буйынса ауылға эшкә килгән йәш белгестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға түләүҙәр ала аласаҡ. Ә бына Башҡортостанда бындай программа 2021 йылдан алып эшләй.  Бының өсөн 75 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бәлкәй эш хаҡы алған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы бик мөһим.  2021—2023 йылдарҙа «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында 120 белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Ярҙам алыусылар араһында хәйбуллалар ҙа бар.

Дәүләт ярҙамы ауыл ерендә эшләгән махсус белемле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм балалар сәнғәт, хореография мәктәптәрендә эшләүсе педагогик белемле кешеләргә иҫәпләнгән. Беҙҙең районда был грантҡа тәүгеләрҙән булып, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Мария Голубцова һәм Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Рифат Күскилдин лайыҡ булды.

Рифат Саҙиҡ улы Ҙур Арыҫланғол ауылы егете. Башланғыс кластарҙан һуң, бишенсегә ул Әбеш ауылы мәктәбенә бара. Тап ошонда ҡурай түңәрәгенә яҙыла. Был аҙымға уны тыуған ере ҡурайсылар төйәге булыу ҙа булышлыҡ итә.

—Хәйбулла ере элек-электән көслө, билдәле ҡурайсылары менән дан тотҡан. Шулар тураһында белеп- ишетеп йөрөп, түңәрәккә барҙым, биш йыл шөғөлләндем, был музыка ҡоралын һайлағаныма һис тә үкенмәйем,— ти Рифат. — Уның серҙәренә уҡытыусым Камил Илембәтов төшөндөрҙө, дөрөҫ йүнәлеш бирҙе.

Ошо йүнәлештә белемен камиллаштырырға теләп, мәҡәлә геройым 9-сы кластан һуң, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон һайлап та, һөнәре менән дә яңылышмай ул. Дипломлы йәш егет район мәҙәниәт йортона эшкә төшә. 

—Хәҙерге ваҡытта, фатирҙы ҡуртымға алып йәшәү бик ҡыйбатҡа төшә, шуға күрә был дәүләт гранты минең өсөн ҙур ярҙам, —ти йәш белгес.

Әрмелә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң Рифат Саҙиҡ улы Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбендә уңышлы эшләй башлай, балаларға ҡурай дәресен бирә.

—Үҙем “Томан”, “Буранбай”, “Уйыл” башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарырға яратам. Уҡыусыларыма ла уларҙы еткерергә, өйрәтергә тырышам. Б  Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Милли ҡоралдың киләсәгенә, тарихына битараф булмаҫҡа, халыҡ көйҙәрен һаҡлап ҡалырға ынтылырға кәрәк, —ти ул. 

«Был дәүләт гранты минең өсөн ҙур ярҙам», —ти ҡурайсы
«Был дәүләт гранты минең өсөн ҙур ярҙам», —ти ҡурайсы
Байрас Әминев, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе директоры: –Рифат Күскилдин беҙҙә уңышлы эшләй. Ҡурай класында шөғөлләнергә теләгән балалар һаны артты. Йәш уҡытыусы яңы заманса алымдар ҡулланып эшләй. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып йөрөй. Халыҡ инструменттар ансамбленың солисы ла булып тора. Районда үткән сараларҙан ситтә ҡалмай. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса бирелгән грант ауылда эшләгән йәш педагогҡа кәрәкле тип уйлайым. Артабан да был программа ла ҡатнашып, йәш уҡытыусыларҙы үҙебеҙгә йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ. Сөнки бөгөнгө көндә уларға Хөкүмәт ярҙамы ҙур. 
Гөлиә Иштанова, район мәҙәниәт йортоноң методик бүлеге мөдире: –«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы сиктәрендә беҙ ике йәш белгесебеҙгә, ҡурайсы Рифат Күскилдинға һәм йырсы Мария Голубцоваға ярҙам күрһәттек – улар 500 мең һум күләмендә түләүҙәр алды. Былтырҙан алып субсидия күләме ике тапҡырға артты һәм бер миллион һум тәшкил итте. Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2025 йылда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһы старт аласағын хәбәр итеүенә бик шатландыҡ. Сөнки был районыбыҙға йәш белгестәрҙе йәлеп итергә һәм кадрҙар етешмәү проблемаһын хәл итергә ярҙам итәсәк, сөнки был өлкәлә хәҙер йәш хеҙмәткәрҙәр етмәй. Беҙ һәр ваҡыт райондың мәҙәниәтен күтәрергә ярҙам итәсәк яңы кадрҙар көтәбеҙ.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас