Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август , 15:54

Яугир мәктәпкә смарт-телевизор бүләк иткән

   

Яугир мәктәпкә смарт-телевизор бүләк иткән
Яугир мәктәпкә смарт-телевизор бүләк иткән

Дыуан районының Әбдрәшит ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир үҙ аҡсаһына плазмалы телевизор һатып алып, тыуған мәктәбенә бүләк иткән. «Шарап» позывнойлы һалдаттың изгелеге хаҡында Дыуан районы хакимиәтенән хәбәр итәләр.

«Шарап» Әбдрәшит балаларына яңы уҡыу йылына бүләкте үҙенең отпускыһы ваҡытында тапшырған.

«Шарап» 2023 йылдың майынан Төньяҡ хәрби округы зонаһында «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында Оборона министрлығы менән килешеү буйынса хеҙмәт итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме арттыРәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклемге осорҙа килешеү төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендәге түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан һалдаттары бер юлы дөйөм алғанда 1 миллион 205 мең һум аласаҡ.

122 йәки (347) 218-19-19, һайлау пунктына (347) 248-29-31 һандары буйынса шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: