Рәсәй Президенты Владимир Путин контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр өсөн яңы түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 2024 йылдың 1 авгусынан 31 декабренә тиклем контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙәр 400 мең һум аҡса аласаҡ.
Башҡортостандан контракт төҙөүселәр түбәндәгесә өҫтәмә түләүҙәр ала:
- төбәктән — 505 мең һум;
- муниципалитеттан — 300 мең һумға тиклем.
Шулай итеп, бер тапҡыр бирелә торған түләү 1,2 миллион һумға тиклем барып етергә мөмкин.
Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр:
- 117 — илдең хәрби ведомствоһының берҙәм белешмә номеры буйынса;
- 122 (өҫтәмә 1) Ситуация үҙәге йәки + 7 (347) 218-19-19 номеры буйынса;
- Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса контракт хеҙмәтенә һайлап алыу пунктында (телефоны + 7 (347) 248-29-31);
- «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәк офистарында;
- башбат.рф сайтында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин
📃 Контракт төҙөү өсөн:
- паспорт;
- хәрби билет;
- СНИЛС һәм ИНН;
- автобиография кәрәк буласаҡ
📍 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте күрһәтелгән чат-ботта табырға мөмкин: vk.cc/cpMRvx.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан