Башҡортостан туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә. Төбәктең туристик инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә артабанғы ыңғай динамиканы тәьмин итеү мөһим. Республика туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы инструменттар булдыра. Республика башлығы инвест сәғәттәре сиктәрендә проекттарҙы шәхсән ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Һәр райондың йөҙөк ҡашы булырҙай матур ауылы була. Хәйбулла районында бындай ауылдарҙың береһе – Йәнтеш, тиһәк, моғайын, күптәр ризалашыр. Ундағы тәбиғәт кенә үҙе ни тора бит! Йәй етһә, бар халыҡ Һаҡмар буйына ағыла. Ял итәләр, һыу төшәләр.
“Фазенда" турбазаһында эштең ҡыҙған мәле, сөнки күптәрҙең йәйҙең матур көнөн йорт-фатирҙарҙың тынсыу бүлмәһендә, бөтмәҫ ығы-зығыла үткәргеһе килмәй. Ял итеү урыны йәмле Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына урынлашҡан. Бында машина менән дә килергә мөмкин, йылға аша ла иркен сығырға була. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Фазенда”ла ҡоштар һайрауы яңғырай, бер себен-серәкәй юҡ, хатта тәлмәрйен тауыштары ла ишетелмәй, сөнки был территория махсус эшкәртелә. Был турбазаның хужаһы Рәсих Әхмәтов. Турбазала өҫтәл һәм эскәмйәләр менән ҡыйыҡ аҫтында бер нисә беседка, эргәлә мангалдар ҡуйылған. Беседкалар эргәһендә ҙур ғына буш урындар бар, кәрәк булғанда унда уйындар үткәрергә, машиналар ҡуйырға була. Бөтә ерҙә лә сүп-сар өсөн һауыттар ҡуйылған.
– Атайым мәрхүм ошо ерҙәрҙә мал көткән, йәғни йәйләү һымағыраҡ ер булды. Ошонда килеп, ғаиләбеҙ менән ял итеп, еләк, ҡыр сейәһе йыя инек. Аҙағыраҡ өҫтәл-ширлектәр ҡуйҙыҡ, уның өҫтөнә япма ла эшләп ҡуйҙыҡ. Яйлап төҙөкләндереү эшенә тотондом. Кәртәләнгән ерҙе рәсмиләштерҙем. Артабан ял зонаһына халыҡ килә башланы, тәбиғәт ҡосағында, хозурлыҡта тыуған көн-юбилейҙарын билдәләйҙәр, ял көндәре йә эштән һуң, ғаилә менән ял итәләр. Улым пилорама алып бирҙе. Таҡталар үткәреп, ҡулымдан килгәнсе ял итеү урынында уңайлыҡтар булдырҙым. Ике мунса, бер-нисә бәҙрәф бар. Ял итергә килеүселәргә ҡаҙан, самауыр, сәйнүктәр бушлай бирелә. Халыҡ килә, беҙҙең райондан ғына түгел, башҡа өлкәнән дә килеүселәр бихисап. Үҙем дә даими бында булырға тырышам. Ғөмүмән, эшләһәң, эш бара. Бөгөнгө көнгә 10 япма ҡуйылған, концерт ҡуйыу өсөн сәхнә эшләнгән. Урындағы ер-һыу атамаларын, тарихи урындарҙы күрһәтеү маҡсатында йәйәүле, велосипед һәм квадроцикл менән йөрөү өсөн туристик маршрут төҙөнөм, үҙем гид булып ял итергә килеүселәрҙе ошо маршрут буйынса алып йөрөйөм, тарихҡа байҡау яһайым. Ҡатыным Алһыу Искәндәр ҡыҙы ла, балалар ҙа һәр яҡлап ярҙам итәләр, –ти Рәсих Әхмәтов.
Балалар менән килеп ял итеүселәр өсөн дә бөтә уңайлыҡтар бар. Бәләкәйҙәр өсөн беседка, уйын зонаһы, уйынсыҡтар, әүһәләй бар.
Эйе, ысынлап та, бында ял итергә уңайлы шарттар бар. Инеү хаҡы ла ҡыйбат түгел, 250 һум. Беседкалар зонаһынан үтеп, йылға буйына ағас баҫҡыс төшә. Ерек, ҡайын ағастары, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Түбән төшкәс, Һаҡмар буйында мунсалар теҙелгән. Мунса бик ыҡсым һәм уңайлы, кәм тигәндә дүрт кеше һыя. Эсе таҙа, яңы. Ял итеүселәргә бушлай миндек, утын бирелә. Рәхәтләнеп сабын ғына! Ә мунсаның хаҡы–1000 һум. Мунсанан сыҡтың икән, шунда уҡ Һаҡмар йылғаһына һикерәһең. Ике мунсанан да йылғаға төшөү өсөн баҫма булдырылған. Ситтәрәк, һайыраҡ яҡта, балалар өсөн махсус һыу төшөү урыны бар. Әйткәндәй, балалар өсөн хаҡ алынмай.
Илнара Аптикова