Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2024, 21:08

Район гәзитенә яҙылып, ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды!

"Районка"ның тоғро дуҫы - Мәмбәт ауылынан Сәлимә Ҡарабаеваны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Район гәзитенә яҙылып, ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды!
Район гәзитенә яҙылып, ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды!

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына республика гәзит-журналдарының ике баҫмаһына яҙылыусылар араһында традицион отош уйыны үтте. Төп приздар - мотоблок, туңдырғыс, робот-пылесос, ноутбук, телевизор уйнатылды. Һөҙөмтәлә робот-саң һурҙырғыс райондашыбыҙ Мәмбәт ауылынан Сәлимә Ҡарабаеваға эләкте.

Сәлимә Әхмәт ҡыҙына быйыл июнь айында 75 йәш тулған. Ул 40 йылдан ашыу  мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Һәм үҙен күпме хәтерләй, һәр ваҡыт, ата-әсәһе кеүек үк, «районка»ға яҙыла.

Даланлы инәйҙең был беренсе еңеүе генә түгел икән. Ике йыл элек ул бензин бысҡыһы отҡан, был юлы уға робот-саң һурҙырғыс эләгә. Хәҙер уға аҡыллы ярҙамсы өйҙө йыйыштырыуҙа ярҙам итәсәк. "Районка"ның тоғро дуҫын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, заманса көнкүреш техникаһы оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!

фото:Башҡортостан юлдаш телеканалында «Сәләм» тапшырыуының тура эфирынан скриншот.

Район гәзитенә яҙылып, ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды!
Район гәзитенә яҙылып, ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: