Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль , 09:45

Башҡортостанда ямғырҙар арҡаһында «Юбилейный» карьерында эш туҡтатылды

-

Башҡортостанда ямғырҙар арҡаһында «Юбилейный» карьерында эш туҡтатылды
Башҡортостанда ямғырҙар арҡаһында «Юбилейный» карьерында эш туҡтатылды

Башҡортостанда Хәйбулла районында урынлашҡан «Юбилейный» карьерында ямғыр яуыуы сәбәпле карьерҙа һыу ҡапыл йыйылған. Ваҡиғаларға юл ҡуймау өсөн карьер етәкселеге артабанғы эшен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Зыян күреүселәр юҡ. Һыу баҫыу хәүефе юҡ, тип хәбәр иттеләр ғәҙәттән тыш хәлдәрминистрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Һыуҙы һурҙырыу буйынса эштәр алып барыла. Хәл Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса Баш идаралығы контролендә.

Автор:
Читайте нас: