Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль , 17:05

Хәҙис Сәфиуллин музей асҡан

   

Учалы районының Ҡоҙаш ауылында йәшәүсе Хәҙис Сәфиуллин үҙ йортонда музей асҡан. Ҡыҙыҡлы экспонаттарҙы ҡарарға көн һайын туристар килә. Күптән түгел музейҙың шәхси коллекцияһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа арналған экспозиция барлыҡҡа килгән.

«Ул миңә оҡшай, мин уны хөрмәт итәм, быны "Башҡортостан" гәзите  өҙөктәренән яһаным», - ти ул.

Хәҙис Сәфиуллин башлыҡтың Учалыға йыш килеүен белә һәм бер көн шәхсән осрашырға, ҡулын ҡыҫырға, бәлки, үҙенең бай музейын күрһәтергә хыяллана.

 
Автор:
Читайте нас: