Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль , 11:21

Эй, матур Аҡъяр урамдары!

Гөлназ Иманова сәскәләр гөлләмәһе һәм фантазияһы менән ҡыуандыра.

Эй, матур Аҡъяр урамдары!
Эй, матур Аҡъяр урамдары!

Ауылдың сәскәләр менән биҙәлеше йәмәғәт киңлектәренең мөһим элементы булып тора. Аҡъяр урамдарында, парктарында сәскәләрҙең күбәйеүен күрәбеҙ. Мәҙәниәт һәм ял паркы янында, Салауат Юлаев проспектында вертикаль сәскә түтәлдәре барлыҡҡа килде. Улар матурлыҡ, шатлыҡ һәм гармония символы булып тора, беҙ йәшәгән ауылды  биҙәй һәм унда йәшәүселәрҙе лә ҡыуандыра. Йыл һайын район үҙәгендә генә түгел, бөтә тораҡ пункттарҙа ла сағыу сәскә атҡан биләмәләр һанын арттырыу бурысы ҡуйыла.

Бына инде бер нисә йыл рәттән Аҡъяр урамдарын, парктарын  Гөлназ Фәрит ҡыҙы Иманова ултыртҡан сәскәләр биҙәй.

-Сәскәләр күҙҙе ҡыуандыра, кәйефте күтәрә, тимәк, бөтә биҙәлгән территорияла үҙенсәлекле мөхит булдыра. Сәскәлек булдырыуҙа һәр үҫемлектең бөтә характеристикаларын белеү мөһим: сәскә атыу ваҡыты, һабаҡ бейеклеге һәм башҡалар. Сәскә үҫтҫреүҙе үҙемдең өй алдындағы баҡсамдан башланым, һуңынан коллегаларым менән Аҡъяр сәнғәт мәктәбе янындағы баҡсаны ла сәскә менән биҙәп ҡуйҙыҡ, район мәҙәниәт йорто алдында ла биҙәү эштәрендә ярҙам иттем. 2 йыл элек Аҡъяр үҙәгендәге паркты ла сәскәләр менән биҙәгән инем, быйыл унда төҙөкләндереү эштәре алып барыу сәбәпле, сәскәләр ултыртылманы. Быйыл Аҡъяр ауыл хакимиәте башлығы Азамат Баҡтыбаев менән килешеү нигеҙендә үҙәк урамдарҙа вертикаль сәскә түтәлдәре һәм тағы бер нисә участкаларҙа төрлө сәскәләр ултыртылды. Азамат Фәнил улы һәр яҡтан район үҙәген төҙөкләндереү менән бик ҡыҙыҡһына, ул да үҙенең төрлө идеяларын тәҡдим итте.  Район үҙәген биҙәү буйынса әлегә был беҙҙең беренсе генә аҙымдар, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ, матурырыҡ идеяларыбыҙ күп әле. Районыбыҙ һәр ваҡыт сәскә атһын ә уның халҡы бәхетле һәм ҡәнәғәт булһын. Сөнки тирә-яғыбыҙҙағы матурлыҡ тормошобоҙҙо сағыуыраҡ һәм байыраҡ итә, - тип уртаҡлашты Гөлназ Иманова.

Донъяға ҡарашыбыҙҙа күп нәмә беҙҙең йорттоң, төҙөкләндерелгән ихатаның, урамдың, ауылдың ни тиклем уңайлы булыуына, уларҙың йәшәү, эш һәм ял итеү өсөн ни тиклем уңайлы булыуына бәйле. Шуға күрә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегендә төҙөкләндереү мәсьәләләре мөһим урын биләй. Әммә шуны билдәләп үтергә кәрәк: тораҡ пункттар биләмәләрендә тәртип һәм таҙалыҡ булдырыу – ауыл биләмәләре хакимиәттәренең генә түгел, ә бөтә халыҡтың да бурысы. Әйҙәгеҙ, тирә-яҡ донъяны сағыуыраҡ һәм матурыраҡ итергә теләгән ауылдаштарыбыҙҙың хеҙмәтен хөрмәт итәйек!

 

Илнара Аптикова

Эй, матур Аҡъяр урамдары!
Эй, матур Аҡъяр урамдары!
Эй, матур Аҡъяр урамдары!
Эй, матур Аҡъяр урамдары!
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: