Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль , 15:09

Суворов миҙалы менән бүләкләнде

-

Суворов миҙалы менән бүләкләнде
Суворов миҙалы менән бүләкләнде

Махсус хәрби операция башланғандан алып ике йылдан ашыу ваҡыт үтте. Был ваҡыт эсендә махсус хәрби операция зонаһында Рәсәй һалдаттары алғы һыҙыҡта Ватаныбыҙ именлеге өсөн хәрби бурысын үтәй. Уларҙың күрһәткән батырлыҡтары өсөн дәүләт миҙалдары һәм ордендар менән бүләкләнде. Шундайҙарҙың береһе «Федя» позывнойлы яҡташыбыҙ. Ул 2023 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Хәйбулла егете алғы һыҙыҡта булғанында ике тапҡыр яралана, госпиталгә эләгә, дауаланғас, ҡабат часына ҡайта.Хәрби әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.

Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн «Суворов» миҙалына лайыҡ булды.

Йәш егет Тыуған илен яҡлау, һаҡлау өсөн үҙен аямай. Иптәштәре менән бергә ҡулына ҡорал алып, Тыуған илде һаҡлай.

-Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡлы буласаҡ, - тине «Федя» позывнойлы яугир беҙҙең менән осрашҡанда.

 

Илнара Аптикова

Суворов миҙалы Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы 442-се Указы менән булдырыла. Награда рус полководецы генералиссимус Александр Васильевич Суворов (1730-1800) исемен йөрөтә. Суворов миҙалы тураһында ҡағиҙәгә ярашлы, хәрби хәрәкәттәрҙә Ватанды һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән шәхси батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәр бүләкләнә.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: