Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль , 14:36

"Эшемде яратам", - ти Айнур Нурғәлин

Июлдең өсөнсө йәкшәмбеһендә үҙ һөнәри байрамдарын сыҙамлыҡ, көс талап иткән белгестәр – металлургтар билдәләй.

"Эшемде яратам", - ти Айнур Нурғәлин
"Эшемде яратам", - ти Айнур Нурғәлин

Энергетиктар барыһын да контролдә тоторға, ҡабат-ҡабат тикшерергә күнеккән, сөнки электр энергияһы бик хәүефле. Белгестәр эшләгән селтәрҙәге көсөргәнеш 30 мең вольттан ашыуы ихтималлығы тураһында һөйләгәндә, энергетика системалары хеҙмәткәрҙәренең эшендә ни тиклем яуаплы булырға кәрәклеген аңлайһың. Металлургтар көнө алдынан тап шундай иғтибарлы һәм үҙ һөнәрен белгән йәш электрослесарь менән осраштыҡ.

Бүребай ауылында йәшәүсе Айнур Нурғәлин да ошо көндәрҙә һөнәри байрамын билдәләне. Электрослесарь Айнур Ирек улына ни бары 25 йәш. Ул «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» предприятиеһында фабрика ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь булып 5 йыл  эшләй, әммә эшкә етди ҡараш менән етәкселек һәм иптәштәре ышанысын яулаған.

Айнур Ирек улы Бүребай ауылында тыуып үҫә һәм мәктәп йылдарында геологик музей ойошторған түңәрәккә йөрөй, бер нисә йыл рәттән республика кимәлендә үткәрелгән «Йәш геологтар» слетында ҡатнаша. 9-сы класты тамамлағандан һуң, атаһы кеүек үк электр ҡоролмаларын ремотлай белеү теләге менән, Аҡъяр тау колледжына уҡырға инеп электромеханик һөнәрен ала. Ҡулына диплом алған егет « Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты»на эшкә урынлаша. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙ һөнәрен яҡшы белә, яуаплылығы йөҙөнә сыҡҡан, хеҙмәттәштәре араһында ла хөрмәткә лайыҡ.

2023 йылда Энергетиктар көнөнә комбинатта үткәрелгән һөнәри конкурста лайыҡлы рәүештә 3-сө урынды яулай.

- Һәр ваҡыт иғтибарлы булырға, билдәле бер мәҡәлдәге кеүек ете тапҡыр тикшерергә тура килә. Ашығырға ярамай, һәр эш яҡшы уйланылырға тейеш. Хәүефһеҙлек техникаһын ҡәтғи үтәргә кәрәк. Уны үтәмәһәң, ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһың, - тип һөйләне Айнур Нурғәлин.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: